Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
23 Октябрь 2020, 13:35

Баҫыуҙағы көҙгө эштәр

Көҙҙөң икенсе айы – октябрь хөкөм һөрә. Көҙ миҙгеленең икенсе айы барыуына ҡарамаҫтан, Мәсетле районы баҫыуҙарында эштәр һаман дауам итә.

Райондың ауыл хужалыҡтарында ерҙе туңға һөрөү эштәре бара. Был – яҙғы сәсеүгә эҙерлек эшенең мөһим этабы. Баҫыуҙарҙа урып-йыйыу эштәре тамамланыу менән, туңға һөрөү йәй уртаһынан көҙгә тиклем башҡарыла. Туңға һөрөлгән ер ҡышҡы түбән һауа температураһы тәьҫирендә туңа, азот һәм башҡа туҡлыҡлы матдәләрҙе, шулай уҡ ирегән ҡар һыуын, ямғырҙы яҡшыраҡ һеңдерә. Көҙ көнө ерҙе туңға һөрөү сүп үләндәрен төбө-тамыры менән аҡтарып ташлап, шытып килгән үҫемлектәрҙе һәм улар-ҙың емештәрен юҡҡа сығарырға ла ярҙам итә.
Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, район баҫыуҙарының 83,6 проценты эшкәртелгән. “Аҡтау” ауыл хужалығы йәм-ғиәте беренселәр рәтендә. Улар 5200 гектар ерҙе туңға һөргән, был пландың 130 процентын тәшкил итә.
“Аҡтау” йәмғиәтендә биш берәмек техника эшләй. Шуларҙың береһе – ағымдағы йылда һатып алын-ған Бюллер 2375 Versalite тракторы. Ул башҡа тракторҙарға ҡарағанда яғыулыҡты аҙыраҡ сарыф итеп, бер сменала 35 гектар ерҙе һөрөргә һәләтле. Комплектҡа ингән һабан кәҫтәрҙе аҡтарып әйләндереп китә. Бындай һөрөү төрө диск менән эшкәртеүгә ҡарағанда күпкә отошло, мәҫәлән, диск менән һөргән ерҙе йомшартҡанда сүп үләндәренең тамырҙары киҫелеп, ерҙә тороп ҡала һәм был үләндең күбәйеүенә алып килә.
Эш яратҡан һәм һөнәренә тоғро ҡалған баҫыу эшсәндәренең хеҙмәтенән башҡа яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеү мөмкин булмаҫ ине. “Аҡтау” йәмғиәтенең уйлап эш итә белгән директоры Илдар Ниғәмәтйәнов етәкселек иткән ауыл хужалығында тәүлек әйләнәһенә баҫыуҙа ун механизатор алмашлап ике сменала ялһыҙ эшләй.
Виктор Власовец, Рәфис Зөфәров, Марсель Әҙиәтуллин, Михаил Пастухов, Дмитрий Петкин, Дамир Ғәзидуллин, Азамат Ибраһимов, Зифат Ғиниәтов, Ринат Бәҙретдинов һәм Фәғил Ғәрифуллин – үҙҙәренә ҡыйыу эш һайлаған баҫыу батырҙары исемлеге.