Мәсетле тормошо
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
21 Октябрь 2020, 11:25

Ауылда ла аҡса эшләп була

Мәсетле районында бик күп крәҫтиән-фермер хужалыҡтары уңышлы эшләп килә. Уларҙың һәр береһенең үҙенә хас үҙенсәлекле үҫеш тарихы ла бар. Бөгөн беҙ гәзит уҡыусыларыбыҙҙы әйткән һүҙендә тора белгән ысын ир-егет Руслан Ахунов менән таныштырабыҙ.

Дыуан-Мәсетле ауылында донъя көткән крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы симменталь тоҡомло һыйыр малдары үрсетеү менән шөғөлләнә.
Хужалыҡта 35 башҡа яҡын мал бар. Был тоҡомдо аҫрау ҡулайлы, беҙҙең климатҡа яраҡлашҡан. Уның һыйырҙары һөттө аҙ бирһә лә, итле тоҡом малдарынан ҡалышмай. Фермерҙың әйтеүе буйынса, йыл ярым эсендә үгеҙҙәрҙең ауырлығы 250 килограмға етә, ә ике йылда – 300-гә.
Руслан Ахуновтың ауыл хужалығы тармағында эш тәжрибәһе күп. Ул үҙен тәүге тапҡыр фермер ролендә 2012 йылда һынап ҡарай. “Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү” программаһы буйынса ауыл хужалығы техникаһына ҡорамалдар алыу өсөн субсидия юллай. Бөгөн уның хужалығында һыйыр малдарынан башҡа 10 ат бар. Руслан ит продукцияһын Өфө ҡалаһы магазиндары аша һәм баҙарҙа һата. Бесән әҙерләү өсөн фермерҙың тракторы һәм уға кәрәкле ҡорамалдары бар. Быйылғы ҡышҡа ул 300 рулон бесән, 80 тоннаға яҡын һалам әҙерләгән. Фуражды урындағы ауыл хужалыҡтарынан ала.
Ул ауылда ла аҡса эшләргә мөмкин булыуына ышана, иң мөһиме – теләк кенә булһын. Улай ғына ла түгел, Русландың фекеренсә, был эштә льготалар һәм дәүләт ярҙамынан башҡа ниәт һәм маҡсат булырға тейеш. Руслан Ахунов ауылда төрлө өлкәлә үҙен һынап ҡарай: пилорама аса, урманды ситтән килтерергә кәрәккәнлектән, Дыуан-Мәсетле ауылында был эш туҡтап ҡала.
Шулай уҡ Руслан Рәмил улы ауылды үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеүҙе үҙ өҫтөнә алған. Ауыл халҡына эсәр һыу насостар ҡуйылған һыу һурҙырғыс башняһынан килә. Әммә һыу үтмәгән урамдар ҙа бар. Туғай, Йәштәр, Тыныслыҡ урамдары халҡынан ғаризалар бул-ғанда, унда ла һыу үтәсәк.
Руслан Ахунов ауыл биләмәһендәге йәмәғәт тормошонан да ситтә ҡалмай – ирекле янғын һүндереү дружинаһында тора. Ирекмәндәр менән бергә ауыл биләмәһендә янғын хәүефһеҙлегенең беренсел сараларын башҡарыуҙы тәьмин итә.