Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
1 Сентябрь 2020, 13:25

Тәүге еңеүселәр билдәләнде

Мәсетле районында 2020 йылғы ураҡта юғары һөҙөмтәләргә ирешкән иген йыйыу комбайндары, үҙйөрөшлө сапҡыстар операторҙары, йөк автомобилдәре водителдәре, туңға һөрөү механизаторҙары, шулай уҡ белем биреү учреждениелары студенттары араһында конкурс иғлан ителде.

Конкурсҡа аралаш йомғаҡ 10 августан башлап баҫыу эштәре тамамланғанға тиклем һәр ун көн һайын яһала.
“Аҡтау” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәрен баҫыуҙа тантаналы рәүештә ҡотланылар. Унда район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин ҡатнашты.
Иген урыу комбайндарында еңеүселәрҙе техниканың ҡеүәтенә һәм етештереүсәнлегенә ҡарап иген һуғыу күләме буйынса өс номинацияла билдәләнеләр:
1. Беренсе урында – “Аҡтау” йәмғиәтенән Дмитрий Петькин, ул 308 гектарҙан 619 тонна иген һуғып алған; икенсе урында – шул уҡ хужалыҡтан Марсель Әҙиуллин (278 гектарҙан 559 тонна).
2. Еңеүсе – Рафиҡ Зөфәров (“Аҡтау”, 238 гектарҙан 484 тонна); икенсе урында – Азамат Ибраһимов (“Аҡтау”, 212 гектарҙан 426 тонна); өсөнсө – Александр Берсенев (“Ленинский”, 128 гектарҙан 257 тонна).
3. Беренсе урында – Артур Бәшәров (“Ленинский”, 81 гектарҙан 162 тон-на); икенсе урында – Илдар Мөхәмәтйәнов (“Йондоҙ”, 25 гектарҙан 50 тонна).
Үҙйөрөшлө сапҡыс операторҙары араһында беренсе урынды Валентин Качанов яуланы (“Аҡтау”, ул 400 гектар ер сапҡан); икенсе урында – Илшат Моратов (“Ленинский”, 120 гектар).
Йөк машинаһы водителдәре араһында Зифат Ғиниәтов береһенә лә ал бирмәне (“Аҡтау”, 375050 т/км); икенсе урында – Таһир Закиров, (“Йондоҙ”, 1065 т/км); өсөнсө – Владислав Миңлебаев (“Ленинский”, 322 т/км).
Хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләү тантанаһы ялан кухняһы ойошторолған ерҙә төшкө ял мәлендә үтте. Район мәҙәниәт йорто агитбригадаһы концерт номерҙары менән сығыш яһаны: Илзида Сөнәғәтова һәм Руслан Бәҙретдинов йырланы, Рөстәм Фәйрушин сараны алып барҙы.
Призлы урындар Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөндә билдәләнәсәк.