Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
27 Август 2020, 18:30

Районда Павел Иофинов булды

Республикала һауа торошоноң боҙолоуына һәм туҡтауһыҙ ямғырҙар яуыуға бәйле урып-йыйыу эштәре ҡатмарлашты. Шунлыҡтан уңышты юғалтыу хәүефе килеп тыуҙы.

Мәсетле районында эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Павел Иофинов булып китте. Ул ураҡ эштәренең барышын, урып-йыйыу комбайндарының тө-ҙөклөгөн, иген ырҙындарын, орлоҡҡа һалыу, ужым ашлығын сәсеү эштәрен тик- шерҙе.
Павел Августович район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Садиҡов менән “Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативында һәм “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды.
Павел Августович район игенселәренә иң тәүҙә бөтә көстәрҙе игенде йыйып алыуға йүнәлтергә тәҡдим итте, сөнки киләһе йылға орлоҡһоҙ ҡалыу хәүефе юғары. Ул урып-йыйыу эштәре буйынса тиҙлекте кәметмәүҙәрен һораны.
Әйткәндәй,
Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге хәбәр итеүенсә, 27 авгусҡа ҡарата райондың бөтә төр ауыл хужалығы ойошмалары тарафынан 5173 гектарҙа иген культуралары сабылған, был дөйөм күләмдең 22,2 процентын тәшкил итә. Район буйынса уңдырышлылыҡ гектарынан 19,5 центнер тәшкил итә.
Ужым арышы 3801 гектарҙа (84,7 %) сабылған, уңдырышлылыҡ – 20,5 ц/га; һоло – 25 %, уңдырышлылыҡ – 18,2 ц/га; башҡа культуралар – ун проценттан әҙерәк.
Ужым культураларын сәсеүҙең 19,6 проценты үтәлгән. 450 тонна арыш, 17 тонна борсаҡ, 230 тонна һоло орлоҡҡа һалынған.