Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
11 Август 2020, 17:00

Уңыш йыйыуға – беренселәрҙән булып

Районда игенселәр өсөн иң яуаплы осор – ураҡ эштәре башланды. Хужалыҡтың күпме уңыш алыуы баҫыу эшсәндәренең хеҙмәтенән тора.

Беренсе булып урып-йыйыу эшенә яуаплылығы сикләнгән “Аҡтау” йәм-ғиәте хеҙмәтсәндәре төштө.
– Беҙгә 5870 гектар ерҙә иген культураларын йыйып алаһы бар, – тип һөйләй хужалыҡ директоры Илдар Ниғәмәтйәнов. – Шуларҙың 1937 гектары – бойҙай, 128 гектар – кәрешкә, 889 гектар – арпа, 150 гектар – һоло, 1364 гектар – борсаҡ, 470 гектар – ҡарабойҙай һәм етен.
“Аҡтау” хужалығы районда һәр ваҡыт үҙенең юғары уңыш алыуы менән дан тота. Бындай юғары күрһәткестәр үҫемлекселек өлкәһендә һөҙөмтәле технологиялар ҡулланыуҙан һәм заманса ауыл хужалығы техникаһының эшләүенән килә. Хужалыҡ эшсәндәре хеҙмәте лә юғары уңыш алыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә.
10 авгусҡа ҡарата баҫыу эшсәндәре 1120 гектарҙа ашлыҡты сапҡан, был дөйөм майҙандың 57,8 процентын тәшкил итә, 24640 центнер ужым арышы һуғып алынған. Һәр гектарҙан 22 центнер уңыш алыу иң ҡыуаныслыһы.
– Тәбиғәт шарттары сабылған үләнгә тулыһынса кибеп бөтөргә бирмәй, – ти Илдар Сәғит улы. – Игенде комбайн һуға, шунда уҡ сүп-сарынан таҙартыла һәм, машинаға тейәп, ырҙын табағына киптерергә оҙатыла. Баҫыуҙа туғыҙ ҡеүәтле һәм юғары етештереүсәнлеге булған комбайн эшләй. Уларҙа тәжрибәле механизаторҙар Фәнис һәм Радик Мостафиндар, Рафиҡ Зөфәров, Илнур Ғабдрахманов, Марсель Әҙиуллин, Дмитрий Петкин, Азамат Ибраһимов, Марат Шәрәфиев, Ринат Бәҙретдинов, Сабирйән Шәрәфиевтар эшләй.
Һуғылған игенде ырҙын табағына Дамир Ғәзидуллин, Сергей Власовец, Зифат Ғиниәтов, Михаил Пастухов, Илсур Хөрмәтов, Рәнис Бәҙретдинов һәм Ғарифйән Сафин ташый.
Валентин Качанов сабыуҙа, Рөстәм Мөхәмәтуллин, Радис Хөпөтдинов, Илмир Мамаҙуллин иген киптереү эшендә күп көс һалып эшләйҙәр. Бригадир-механиктар Фәғил Ғарифуллин һәм Илнар Ниғәмәтйәнов хеҙмәткәрҙәрҙең эшен яйға һала. Уңыш йыйыу менән бер рәттән ерҙе парға һөрөү һәм ужым арышы сәсеү эшен механизатор Виктор Власовец уңышлы башҡара.
Хужалыҡта студенттар Рузиль Ибраһимов, Ринат Ғәзизов, Айнур Ниғәмәтйәнов та ҡалышмай тырышып эшләй.
– Яңы заманса комбайндарҙа эшләү шарттары юғары кимәлдә, – тип ҡыуана комбайнсылар. – Техника тулыһынса автоматлаштырылған. Кабинала туҙан да, тауыш та юҡ.
Технологияларҙың камиллаштырылыуы, комбайнсыларҙың, водителдәр-ҙең һәм башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең уңыш йыйыу осоронда хеҙмәткә дәрте ураҡ эшен ваҡытында атҡарып сығырға мөмкинлек бирәсәк.