Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
5 Август 2020, 17:05

Башҡорт халҡының милле эсемлеген етештереүҙе тергеҙә

Иҫке Мишәр ауылында башҡорт халҡының күркәм ғөрөф-ғәҙәттәрен, аш-һыу әҙерләү йолаларын дауам итеүсе маҡтаулы ғаиләләр бар.

Әхмәтовтар, мәҫәлән, бына инде бер нисә йыл кәзә аҫрап, Башҡортостан биләмәләрендә һәм унан ситтә лә ҙур танылыу яулаған ысын ҡымыҙ етештерә. Башҡорт ҡымыҙы кеше организмына яҡшы йоғонто яһай. Эҫелә һыуһынды ҡандыра, һалҡында тәнгә һәм йәнгә дәрт-дарман өҫтәй, сәләмәт кешенең күңелен күтәрә, сирлене аяҡҡа баҫтыра.
Ләйсән Әхмәтова ҡымыҙҙың файҙалы яҡтары тураһында күптән ишетеп белә. 2006 йылда уны сәләмәтлеге борсой башлағас, ҡымыҙ менән дауаланыу өсөн тормош иптәше Ринат Ғәлиулла улы кәзә һатып алырға ҡарар итә. Малдың тәүге хужаһы ҡымыҙ эшләү сере менән уртаҡлаша.
Әхмәтовтар ғаиләһе кәзә ҡарау һәм тәрбиәләү серҙәренә өйрәнә. Хужабикә нисек итеп беренсе тапҡыр уны һауырға ултырыуын, тәүге кәзә бәрәсен ҡулға алыуын яҡшы хәтерләй. Шунан башлап ғаилә кәзә һөтөнән айырылмай. Йылдар үтеү менән малдар һаны арта ғына.
Әхмәтовтар биш бала тәрбиәләй, шифалы тәбиғи эсемлек ҡулланғанлыҡтан улар бер ваҡытта ла һаулыҡтарына зарланмай. Балалар – әсәһенең иң ҙур ярҙамсылары, сөнки ғаилә башлығы Ринат Әхмәтов Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Йорт хайуандары менән аралашыу балалар-ҙы тәбиғәткә яҡынайта, ыңғай хис-тойғолар уята.
Бөгөн көтөүҙә аҡ кәзәләр һаны 20-гә еткән, уларҙың һәр береһенең исеме бар. Хәстәрлекле һәм уңған хужабикә ҡымыҙ әҙерләү эшен яйға һалған. Ул етештергән продукция ауыл хал-ҡы араһында ҙур һорау менән ҡулланыла. Теләгән кешеләр өйҙән үк килеп ала.
Әхмәтовтар ғаиләһе башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен дауам итеп, уны пропагандалауға һәм популярлаштырыуға ҙур өлөш индерә, боронғо традицияларҙы хәҙерге заманда ла файҙалы һәм модалы итә.
Белешмә
Борондан уҡ кәзә һөтө медицинала мөһим урынды алып торған. Уның ярҙамында Гиппократ туберкулез менән сирләүселәрҙе дауалай. Швейцарияла әлеге ваҡытта ла тау курорттарында кәзә һөтө ярҙамында анемия, рахит һәм туберкулез менән яфаланыусыларҙы дауалайҙар.
Кәзә һөтөнөң файҙаһы уның уникаль составында. Ундағы витаминдар һәм минераль матдәләр кеше организмына яҡшы тәьҫир итә, ауырыуҙарҙан дауалай. Йыш ҡына был продуктты әсә һөтө менән сағыштыралар.
Уның химик составы һәм үҙенсәлектәре һыйыр һөтөнөкөнә яҡын. Тик аҡһым, май һәм кальций күп булыуы менән генә айырыла; каротин да күп, шуға күрә ул аҡһыл һары төҫтә була. Кәзә һөтөнөң майында каприн һәм линолий кислоталары күп, май бөртөксәләре лә вағыраҡ, был кеше организмының уны яҡшыраҡ үҙләштереүенә булышлыҡ итә. Уның аҡһымындағы аминокислоталар составы әсә һөтөндәге аминокислоталар составына яҡын, ләкин казеин мицеллалары эрерәк. Кәзә һөтө казеинында α-фракциялар аҙыраҡ (10 – 15 %), шуға ла ҡаты булып эремәй. Кәзә һөтөнөң ҡуйылығы 3,6 проценттан 6 процентҡа етә һәм, малдың тоҡомона ҡарап, унан да артығыраҡ булып китә.
Кәзә һөтө А витаминына һәм ниацинға бай, һыйыр һөтөндәгегә ҡарағанда унда тимер һәм магний ҙа байтаҡҡа күберәк.
Составында ионлаштырылған кальций булғанға күрә, кәзә һөтө тиҙ генә йылына.
Анфиса ИШМӨХӘМӘТОВА.