Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
10 Июль 2020, 12:00

“Ленинский” АПК-һы хеҙмәтсәндәре юғары күрһәткестәргә өлгәшә

Уртаса алғанда, район буйынса ҡаты мал аҙыҡтары әҙерләү бер баш мал иҫәбенә, 7 июлгә 16,6 центнер тәшкил итә, был – дөйөм пландың 55 проценты.

Июль айының ҡойма ямғырҙары район механизаторҙарының эшен бер аҙ тотҡарлай. Әммә хужалыҡтар йәй-ҙең бер көнөн дә ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырыша.
“Ленинский” АПК-һы хеҙмәтсәндәре юғары күрһәткестәргә өлгәшәләр – 29,30 центнер мал аҙығы әҙерләнгән.
– Беҙ мал аҙығын сенажға һалыу-ҙы 21 июндә башланыҡ. Планлаштырылған 10 мең тоннанан 3805 тонна етештерелгән. Бесән сабыуға 18 июндә төштөк, планлаштырылған 1826 тоннаның 282 тоннаһы әҙер, – ти зоотехник Антон Акулов. – Беҙҙең бөтә үлән үҫтереүҙәге технологик сараларҙан тайпылмайса эшләүебеҙ ҙә тәбиғәттең һауа торошона бәйле. Яҙғы ҡоролоҡ үҫемлектәрҙең үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Ә бесәнгә төшкәс, ямғырҙар башланды. Бындай ҡаршылыҡтарға тәү тапҡыр ғына осрамайбыҙ, хәлдән сыға беләбеҙ.
Беҙгә уңыш йылмайҙы: хужалыҡ баҫыуына йүнәлгәндә көн салт аяҙ ине, шуға ла эштәр көйлө барҙы. Егор Полеготченков ДОН-650 комбайнында йәшел үләнде сапһа, Владислав Крючков (һүрәттә) ЗИЛ машинаһында ташый. Хужалыҡта улар яңы эшләй башлағандар. Бар ғүмерҙәрен ауыл хужалығына бағышлаған аталары Василий Васильевич һәм Валерий Петрович йәш быуынға өлгө булып тора.
Улар менән бергә, иңгә-иң терәп, ауыл хужалығы баҫыуында комбайнсы Марсель Йосопов, водителдәр Иван Худяков, Максим Попков, Рифат Яныбаев, Динар Сабиров, Владислав Миндибаев, Александр Ярушин, Владимир Берсенёв һәм Сергей Чебыкин эшләй. Йәшел массаны тығыҙлап һалыуҙа Василий Крючков, Владимир Ватолин, Данис Хоҙайбирҙин күп көс һала.
Үҙйөрөшлө сапҡыста Фәнил Ғәлимйәнов менән Идевәт Йыһануров үҙ эштәрен яуаплы башҡаралар. Механизаторҙар Таһир Хәлилов, Артём Гладких, Егор Берсенёв, Рәмис Шафиҡов, Александр Берсенёв, Алексей Красильников һәм Артём Прудыус сабылған үләнде йыялар.
Ауыл хеҙмәтсәндәренең эше күп әле. Ҡышҡа тиклем мал аҙығын әҙерләйһе, игенен урып алаһы, орлоҡ туп-лайһы, ерҙе туңға һөрөү кеүек эш- тәрҙе башҡараһы бар. Уңыштар һеҙгә, ауыл эшсәндәре!