Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
19 Июнь 2020, 15:00

Район хужалыҡтарында

Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге хәбәр итеүенсә, 17 июнгә ҡарата ауыл хужалығы предприятиелары 520 гектарҙа күп йыллыҡ үлән сапҡан. Был планлаштырылған күләмдең 4,7 процентын тәшкил итә. “Батыр” йәм-ғиәте хеҙмәтсәндәре эштең 24 процентын башҡарған, “Ленинский” АПК-һы – 3,3%, “Зиялтдинов” КФХ-һы – 16,7%. 260 тонна бесән әҙерләнгән (1,3%).

Сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү буйынса эштәр дауам итә. Пар ерҙәр-ҙе эшкәртеү 32,6 процентҡа үтәлгән һәм 1629 гектар тәшкил итә. Химик утау эштәрен “Ленинский”, “Аҡтау”, “Йондоҙ”, “Ҡы-ҙылбай” йәмғиәттәре, “Попов” һәм “Зиялтдинов” хужалыҡтары тамамлаған.
Райондағы малсылыҡ хужалыҡтарының күпселегендә “һөт” миҙгеле уңышлы старт алды. Район буйынса йыл башынан тулайым һауым 4408,8 тонна тәшкил итте. Был, үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 96,5 тоннаға күберәк. “Ленинский” АПК-һында йыл башынан 2203,8 тонна һөт һауып алғандар (үткән йылдан 82,2 тоннаға күберәк), “Йондоҙ”ҙа – 433,2 тонна (-40,8 тонна), “Ҡыҙылбай”ҙа – 91,8 тонна (+11,1 тонна).
Әйткәндәй,
Грант алыуға конкурстарға старт бирелде
Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығында эш башлаусы фермерҙарға ярҙам итеү, ғаилә фермаларын һәм ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының матди-техник базаһын үҫтереүгә гранттар биреү буйынса конкурс-тарҙа ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул итә башланылар.
Тулыраҡ мәғлүмәт – Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы сайтында.
Заявкалар 2-һенән 8 июлгә тиклем 450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106 адресы буйынса ҡабул ителә (ял көндәренән тыш). Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 218-05-26, 218-05-29.