Республикабыҙҙың 49 районының ауыл хеҙмәтсәндәре бесән сабырға төштө. Ҡышҡылыҡҡа малдарҙың аҙыҡ менән тәьмин ителеше ауыл хужалығы предприятиелары хеҙмәтсәндәренең бөгөнгө эшенә бәйле. Республика аграрийҙары быйыл барлығы 760 мең тонна бесән һәм 1500 мең тонна сенаж әҙерләргә планлаштыра. 10 июнгә ҡарата республика хужалыҡтарында 30,6 мең гектарҙа күп йыллыҡ үлән сабылған, был пландың 7 процентын тәшкил итә.
Мәсетле районында бесән сабыу осоро бер аҙна элек старт алғайны. Хужалыҡтар алдында 11002 гектарҙа күп йыллыҡ үлән сабыу бурысы тора, шуның 8954 гектары бесәнгә бүленһә, 2048 гектарҙан сабыласаҡ үлән сенаж итеп һалынасаҡ, һөҙөмтәлә 19500 тонна бесән һәм 21000 тонна сенаж әҙерләнергә тейеш.
Йәшел ураҡҡа районда иң беренсе булып “Батыр” йәмғиәте хеҙмәтсәндәре төштө. Хужалыҡ директоры Әсләм Хафизов һөйләүенсә, улар алдында 1000 тонна бесән әҙерләү бурысы тора.
– Быйыл 500 гектар майҙанда күп йыллыҡ үлән сабырға планлаштырабыҙ, – ти ул. – Бесән әҙерләүгә элекке кеүек ваҡытта төштөк. Эшкә бөтәһе һигеҙ кеше йәлеп ителгән. Үлән ҡуйы, тейешле эш күләмен талап ителгән агротехник осорҙа башҡарып сығырбыҙ, тип уйлайбыҙ.
Хужалыҡ баҫыуҙарының береһендә Ләмәҙтамаҡ ауылынан механизатор Урал Мөхәмәтов эшләй (һүрәттә). Ул хужалыҡта 2010 йылдан хеҙмәт итә. Был юлы ул бесәнде рулондарға урай.
15 июнгә ҡарата “Батыр” ЯСЙ-һында 100 гектар ерҙә үлән сабылған, был планлаштырылған күләмдең 20 процентын тәшкил итә, 120 тонна бесән әҙерләнгән (12%).
Шул уҡ ваҡытта
Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, районда сәсеүлектәрҙе ҡарау тулы көсөнә бара. 15 июнгә пар баҫыуҙарын эшкәртеү – 920 гектарҙа (18%), химик утау 10200 гектарҙа башҡарылған (72,3%).