Улар райондың бөтә ауыл хужалығы предприятиелары баҫыуҙарын йөрөп сыҡты. Сәсеүлектәрҙе ҡабул иткәндә агрономик талаптарҙың үтәлеше иҫәпкә алынды.
Минераль ашламаларҙы ҡулланыу-ға, сәсеүлектәрҙең ҡуйылығын күҙәтеүгә, рәттәрҙең туралығына, сүп үләненең һәм эшкәртелмәй ҡалған ерҙәр-ҙең булмауына, баҫыу юлдарының һәм баҫыу һаҡлау һыҙаттарының торошона айырым иғтибар бүленде.
Ауыл хужалығы культуралары шытымы торошо бөтә ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтарында тиерлек юғары баһаланды. Быға сәсеүҙең агротехник сроктарын күҙәтеү, көҙҙән ерҙе туңға һөрөү, сифатлы орлоҡ, заманса техника һәм, әлбиттә, урында белгестәрҙең профессионаллеге булышлыҡ итте.
Комиссия сәсеүлектәргә йомғаҡ яһаны. Сәсеүлек майҙаны 1000 гектарҙан күберәк булған ауыл хужалығы предприятиелары араһында беренсе урынды “Аҡтау” йәмғиәте алды (3933 гектарҙа яҙғы культуралар сәселгән), икенсе урында – “Йондоҙ” (1242 га), өсөнсө – “Ленинский” (4741 га) хужалыҡтары. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары араһында беренсе – “Нәсибуллин Р. Т.” КФХ-һы (270 га), икенсе – “Попов А. В.” (1625 га), өсөнсө – “Зиялтдинов А. М.” (662 га).
Гөлдәр СОЛТАНОВА.