Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
15 Май 2020, 15:25

Ленинсылар – сәсеүҙә

Районда сәсеү тулы ҡеүәһенә бара. Йәйгесә йылы һауа торошо ла быға булышлыҡ итә. Мәсетле районы ауыл хужалығы предприятиелары баҫыуҙарында техника гөрләй.

“Ленинский” ауыл хужалығы производство кооперативы хеҙмәтсәндәре бөртөклөләрҙе, техник һәм мал аҙығы культураларын сәсеүгә төштө. Былтыр хужалыҡта яңы ярҙамсы – “Бюллер” тракторы һатып алынғайны. Ул – хәҙер ер һөрөүҙә, сәсеүҙә, ауыл хужалығы культураларын ҡарағанда ҙур ярҙамсы, шулай уҡ мал аҙығы әҙерләгәндә, ураҡ ваҡытында эште күпкә еңеләйтәсәк.
“Ленинский” АПК-һында барлығы 4357 гектарҙа яҙғы культуралар сәсеү ҡаралған, шул иҫәптән 3843 гектарҙа – иген һәм ҡуҙаҡлы иген, 393 гектарҙа – техник культура – рапс, 500 гектарҙа мал аҙығы культуралары.
Һабанда һайрашыр мәл шул. Кооператив эшсәндәренең эш көнө ҡояштың тәүге нурҙары менән башлана. Сәсеү – ауыл хужалығында иң яуаплы осорҙарҙың береһе. Механизаторҙар һәм сәсеүселәрҙең был ваҡытта нисек эшләүҙәренә буласаҡ уңыштың һөҙөмтәһе бәйләнгән.
Хужалыҡ баҫыуҙарында тәжрибәле механизаторҙар Сергей Ярушин, Алексей Красильников, Павел Васев, Сергей һәм Артем Гладких бар көстәрен һалып эшләйҙәр.
14 майға ҡарата кооператив хеҙмәтсәндәре планлаштырылған яҙғы сәсеүҙең 92 процентын башҡарған (4357 га), шуның 3483 гектарында – яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары, шул иҫәптән арпа – 668 гектарҙа (81%). Бойҙай, һоло, борсаҡ, кәрешкә тулыһынса сәселгән (100%). Рапс 393 гектарҙы (100%) биләй. Мал аҙығы культуралары 481 гектарға ултыртылған (96%).
Һүрәттә: механизатор-бригадир Сергей Ярушин (уңда) һәм сәсеүсе Данил Шәрәфиев.