Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
21 Апрель 2020, 17:25

Мәсетле районында яҙғы баҫыу эштәре башланды

Илдәге ҡатмарлы эпидемиологик хәл игенсенең хеҙмәте ҡиммәтле булыуын күрһәтте, сөнки тап улар беҙҙе аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Шуға күрә, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, республикала сәсеү алды эштәренә ҙур иғтибар бүленә.

Ун биш район аграрийы яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын сәсеүгә төштө. 16 апрелгә республикала яҙғы сәсеү 7,3 мең га майҙанда уҙғарыл-ған. Ауыл хужалығы предприятиелары арпа, борсаҡ, һоло һәм бойҙай сәсә.
Мәсетле районында “Аҡтау” йәм-ғиәте хеҙмәтсәндәре ужымдарға яҙғы өҫтәмә минераль туҡландырыу уҙғара. Планлаштырылған 2192 гектарҙың 734-ендә өҫтәмә туҡландырыу үткәрелгән. Шул уҡ ваҡытта хужалыҡта күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу тамам- ланған.
“Батыр” йәмғиәтендә лә тырматыуға төшкәндәр: 300 га эшкәртелгән, был 60% тәшкил итә; “Попов” КФХ-һында: 60 га – 80%; “Ленинский” АПК-һында – 18,2%; “Йондоҙ” йәмғиәтендә – 26%; ШЭ “Бәҙретдинов” – 20%.
Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, райондың ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары тарафынан 96 т минераль ашлама индерелгән, был сәсеү майҙандарының 1 квадрат метрына 1.6 кг тәшкил итә.
Шуның менән бергә
лизинг шарттарында техниканы һәм ҡорамалдарҙы яңыртыу еңелерәк буласаҡ.
Төбәк хөкүмәте тәүге иғәнәне (аванс түләүен) субсидиялау тураһында ҡарар ҡабул итте. Субсидияларҙы лизинг килешеүе буйынса ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары хаҡының 50 процентынан да күберәк булмаған күләмдә аванс һәм лизинг түләүҙәре өлөшө рәүешендә алырға мөмкин.
Улар Рәсәйҙә етештерелгән булырға һәм сәнәғәт продукцияһы критерийҙарына тап килергә тейеш (РФ Хөкүмәтенең 2015 йылдың 17 июлендәге “Сәнәғәт продукцияһының Рәсәй Федерацияһы территорияһында етештерелеүен раҫлау тураһында” 719-сы ҡарары).