Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
10 Апрель 2020, 13:00

Сәсеү кампанияһы старт ала

Республика аграрийҙары алдында 2 млн 58 мең гектар яҙғы культуралар сәсеү бурысы тора.

Иртә килгән яҙ баҫыу эштәрен кәм тигәндә ике аҙнаға яҡынайтты. Март бөтөп өлгөрмәне, ә ҡайһы бер район баҫыуҙарында техника эшләй ҙә башланы. Дүртөйлө, Илеш, Миәкә, Саҡмағош һәм Туймазы райондарында ужым культураларын ашлай башланылар.
Бүздәк, Кушнаренко һәм Саҡмағош райондарында яҙғы дым һаҡланһын өсөн тупраҡтың өҫкө ҡатламын йомшарталар.
БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, төбәк аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәрен бер нимәгә ҡарамай үткәрәсәк, тине. Шулай уҡ уның һүҙҙәренсә, 2020 йылда Башҡортостан аграрийҙарын финанслау, экстремаль иҡтисади хәлде иҫәпкә алып, 41 процентҡа арттырылған.
Оҙаҡламай Мәсетле районы хеҙмәтсәндәре өсөн дә һәр бер көн иҫәптә була торған мәл етәсәк. Эштәрҙең яйға һалынғанлығына уңыштың ниндәй буласағы бәйләнгән.
Район хужалыҡтарында барлығы 198 берәмек трактор (шул иҫәптән 190-ы төҙөк, был дөйөм һандың 97 процентын тәшкил итә), 120 берәмек сәскес, шул иҫәптән ете берәмек сәсеү комплексы (118-е төҙөк – 97%), 60 берәмек культиватор (59-ы төҙөк – 98%), 75 берәмек һабан (72-һе төҙөк – 96%), 25 берәмек дискылы тырма (24-е төҙөк – 95%) бар.
Быйыл яҙғы баҫыу эштәренә 125 берәмек, шул иҫәптән 15 сылбырлы тәгәрмәсле трактор йәлеп ителәсәк тип планлаштырыла. Шулай уҡ 35 сәсеү агрегатында, ете сәсеү комплексында, 39 яҙғы һөрөү агрегатында эштәр алып барыласаҡ. Унан тыш шәхси сектор-ҙағы һәм “Үҙәк” МТС-ының Дыуан филиалы (698 берәмек бар) сәсеү комплекстары һәм техникаһы йәлеп ителәсәк.
Сәсеү эштәрен өҙөклөктәрһеҙ уҙғарыу өсөн 530 т дизель яғыулығы, 60 т бензин һәм 20 т дизель майы кәрәк. 9 апрелгә хужалыҡтарҙың тәьмин ителеше 45% тәшкил итә: 250 т дизель яғыулығы һәм 4 т бензин бар.
2019 йылда Мәсетле районының бөтә төр милек формаһындағы хужалыҡтары тарафынан 65219 мең һумлыҡ техника: ике иген йыйыу комбайны, алты йөк автомобиле, ике трактор, бер сәсеү комплексы һәм башҡа ауыл хужалығы техникаһы һатып алын-ған.
“Росагролизинг“ программаһы буйынса былтыр “КамАЗ” автомобиле, БДТ-7.6 “Звезда” дискылы тырмаһы, “Мещеро-403” үҙйөрөшлө сапҡысы (“Ленинский” АПК-һы, “Йондоҙ” ЯСЙ-һы) һатып алынған.
2020 йылдың яҙғы баҫыу эштәрендә 37 хужалыҡ, шул иҫәптән алты ауыл хужалығы предприятиеһы һәм 31 крәҫтиән-фермер хужалығы ҡатнашасаҡ.
Һөрөнтө ер майҙаны 54961 га тәшкил итә, шул иҫәптән эшкәртелеүсе майҙан – 44348 га. Район хужалыҡтарының барлыҡ сәсеү майҙаны – 38748 га.
2020 йыл уңышы өсөн ужым 4800 га майҙанда сәселгән.
Сәсеү майҙандары структураһында иген культуралары 22930 га тәшкил итәсәк (үткән йылға ҡарата 100%), шуларҙың яҙғы иген культуралары – 18130 га. Ҡуҙаҡлы иген культуралары сәсеүлектәрен, былтырғы менән сағыштырғанда, 544 гектарға арттырыу планлаштырыла.
Яҙғы сәсеү 21449 га майҙанда баш-ҡарыласаҡ, мал аҙығы культуралары – 13799 гектарҙа (шул иҫәптән былтыр сәселгән күп йыллыҡ үләндәр – 12499 га, бер йыллыҡ үләндәр – 1300 га), күп йыллыҡ үләндәрҙе ҡаплатып сәсеү – 1884 гектарҙа (йәғни ҡартайған үләндәрҙе яңыртыу 15% тәшкил итәсәк).
2020 йылғы сәсеүгә яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары орлоҡтары 4018 тонна һалынған (100%), 97% орлоҡ кондицион. Сорт алмаштырыу һәм сорт яңыртыу маҡсатында 887 т элиталы орлоҡ һатып алыу планлаштырыла. 9 апрелгә 511 т һатып алынған. План буйынса 22-25% иген майҙанына элиталы орлоҡтар сәселәсәк.
190 т минераль ашлама һатып алыу планлаштырылған (60 т һатып алын-ған).
Район хужалыҡтарына 3800 т орлоҡто ағыулайһы бар. “Аҡтау”, “Йондоҙ” йәмғиәттәрендә был маҡсаттар өсөн үҙ техникалары бар, ә ҡалған хужалыҡтар “Агрощит” һәм “Пестициды ру” компанияларының ағыулау машиналарын йәлеп итәсәк.