Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
19 Март 2020, 18:00

Хужалыҡты берлектә генә үҫтерергә мөмкин

“Ленинский” АПК-һында йомғаҡлау йыйылышы булды

Район аграрийҙары өсөн тағы ла бер еңел булмаған производство йылы тамамланды. “Ленинский” АПК-һы хеҙмәтсәндәре өсөн ул ниндәй булды һуң? Йомғаҡлау йыйылышында улар шул хаҡта һөйләне. Йыйылыш эшендә Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Садиҡов, Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Степан Гуштюк, “Ленинский” АПК-һы рәйесе Павел Ватолин ҡатнашты.
Хужалыҡ етәксеһе сығышында йылдың үҫемлекселек өсөн бик үк уңышлы булмауы, сәсеүлектәрҙең бер өлөшөнә яңынан сәсергә тура килеүе тураһында һөйләне. Финанс проблемалары арҡаһында сәсеү ашламаларһыҙ ғына үткәрелде.
Техника йыш ҡына ватылып торҙо, күпселек осраҡта улар тиҙ генә йүнәтелде. Механизаторҙар Александр Федорков, Семен Георгиевских, Сергей Ярушин, Алексей Красильников, Николай Редькин, Фәнил Ғәлимйәнов, Василий Полеготченков, Сергей Гладких, Артем Гладких, Юрий Носков, Сергей Обвинцев, Таһир Хәлилов, водителдәр Владислав Миндебаев, Сергей Чебыкин, Рифат Янбаев, сәсеүселәр Павел Чебыкин, Виталий Крючков, Вадим һәм Владислав Мөхөтдиновтар ҙур эш күләме башҡарҙы.
Сәсеүлектәрҙе химик утауҙа операторҙар Динар Сабиров, Сергей Чебыкин яуаплы һәм көсөргәнешле эшләне.
Сенаж әҙерләүҙә ике ДОН-680 комбайны эшләне, уларҙа тәжрибәле комбайнсылар Василий Полеготченков һәм Семен Георгиевских хеҙмәт итте. Улар 12355 ц йәшел масса әҙерләне. Водителдәр Владислав Миндебаев (2145 т), Сергей Чебыкин (1981 т), Рифат Янбаев (1378 т), Алексей Елисеев (1189 т), Александр Федорков (1916 т) яуаплы эшләне.
Бөртөклөләрҙе йыйып алыу – иң ауыр һәм яуаплы эштәрҙең береһе. Көндәр яҡшы торған арала хеҙмәтсәндәр, әҙ-әҙгә генә туҡтап, тәүлектәр буйы эшләне. Бөртөклөләр 5040 гектарҙа йыйып алынды. Уртаса уңыш гектарынан 14,4 ц, тулайым иген йыйымы 70297 ц тәшкил итте.
Иген культураларын йыйып алыуға 13 комбайн йәлеп ителгән. Комбайнсылар Александр Берсенев (8496 ц), Алексей Абросимов (8140 ц), Фәнил Ғәлимйәнов (5235 ц), Владимир Носков (6251 ц), Ғәлимйән Садрыевтарҙың (5595 ц) эшен билдәләп үтергә кәрәк.
Иген ташыуға 11 берәмек техника ылыҡтырылған. Ашлыҡтың иң ҙур күләмен Максим Попков (9660 ц), Рифат Янбаев (6256 ц), Иван Худяков (6294 ц), Владислав Миндебаев (16992 ц), Сергей Чебыкин (14021 ц) ташыған.
АПК рәйесе урып-йыйыуҙа ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе. Һауа шарттарының уңайлы булмауына ҡарамаҫтан, уларҙың тырыш хеҙмәте менән уңыш ҡарға тиклем йыйып алынды.
Килемдең 70 проценттан ашыуын хужалыҡ малсылыҡ продукцияһын: һөт, тоҡомло мал, сусҡа һәм һыйыр малдары итен һатыуҙан ала. 2019 йылда һөт етештереү 3 процентҡа артты.
Гөлһылыу Хәкимова, Илшат Хәкимов, Римма Нафиҡова, Галина Каменских, Ольга Фролова, Татьяна Елисеева, Лидия Красильникова, Мария Абросимова яуаплы хеҙмәт итә.
60 млн һумлыҡ тиерлек һөт һатылған, рентабеллек 24% тәшкил иткән.
2019 йылда һыйыр малдарының уртаса тәүлек артымы 590 г (-29 г) тәшкил иткән, өс йыл дауамында кире динамика күҙәтелә. Мал һимертеүҙә Николай Цепилов (834 г), Фидаил Мөхәмәтрәхимов, Владимир Каменских (709-ар г), Сергей Субботин (709 г) яҡшы эшләй. Етәксе хеҙмәтсәндәр алдына 700-750 г артым алыу бурысы һәм мал аҫрауҙың артыҡ айҙарын ҡыҫҡартыу бурысы ҡуйҙы.
Производство алдынғылары тантаналы шарттарҙа бүләкләнде. Оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгәне һәм ауыл хужалығы кооперативын үҫтереүгә һиҙелерлек өлөш индергәне өсөн Павел Ватолинға “Ленинский” АПК-һының атҡаҙанған хеҙмәткәре маҡтаулы исеме бирелде. 2019 йылда юғары күрһәткестәргә ирешкәндәре өсөн “Ленинский” АПК-һының “производство алдынғылары” таҡтаһына индереләсәктәр: 1-се бригада тракторсыһы Артем Гладких, 2-се бригада тракторсыһы Артем Прудыус, машина менән һауыу операторы Гөл- һылыу Хәкимова, быҙау ҡараусы Владимир Каменских, комбайнсы Василий Полеготченков, водитель Николай Носков, сусҡа ҡараусы Нурзидә Берсенева һәм слесарь Андрей Попцов.
– Эйе, хәл-торош бик ҡатмарлы һәм беҙҙең финанс хәлебеҙ әллә ни шәптән түгел, – тине сығышына йомғаҡ яһап АПК рәйесе. – Бының сәбәптәре бик күп, әлбиттә, һәм барыһы ла беҙҙән тормай. Эйе, беҙ һауа торошона һәм производствоның етерлек кимәлдә субсидияланыуына йоғонто яһай алмайбыҙ. Шуға ҡарамаҫтан, юғары артымдар, уңыш, күп һөт алыу өсөн беҙ производствоны камиллаштырырға тейеш. Әйҙәгеҙ хужалыҡты берҙәм тырышлыҡ менән үҫтерәйек.