Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
13 Март 2020, 12:00

Дөйөм уңыш һәр кемдең хеҙмәтенә бәйле

“Йондоҙ” йәмғиәте хеҙмәтсәндәре йылға йомғаҡ яһаны

“Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәренең дөйөм йыйылышында Мәсетле районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Садиҡов, Яңы Мишәр ауыл советы хакимиәте башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров һәм хужалыҡ директоры Юрис Латипов ҡатнашты.Малсылыҡҡа ҙур иғтибар бүленде. 2020 йыл башына хужалыҡта 658 баш һыйыр малы иҫәпләнгән, был, 2019 йыл менән сағыштырғанда, 10 башҡа күберәк. Аттар һанында кире динамика күҙәтелә – 22-гә кәмегән һәм 64 баш тәшкил итә. Былтыр 8184 центнер һөт (610 центнерға күберәк), 549 центнер ит (133 центнерға әҙерәк) етештерелгән. Артым 25 центнерға күбәйгән һәм 625 центнер тәшкил иткән, 22 баш-ҡа әҙерәк үрсем алынған һәм 302 баш тәшкил иткән.Бөгөн хужалыҡ штатында – 57 кеше. Сәсеү, мал аҙығы әҙерләү, урып-йыйыу миҙгелендә был һан 70 кешегә етә.Хужалыҡтың баш зоотехнигы Илһам Фәтҡуллин хужалыҡта ең һыҙғанып эшләгән хеҙмәтсәндәрҙе билдәләп үтте, улар: һауынсылар Лилиә Хәмиҙуллина, Зәлифә Мөхәмәтйә-нова, Нәзилә Ғиниәтуллина, Ләйсән Сөләймәнова, Зөбәржәт Камалетдинова, Роза Закирова, Рәзимә Шакирова, Гөлзәйнәп Хажиева, Әлфиә Ғилметдинова һәм Венера Сәбиғиәрова; малсылар Илфат Ғәниев, Фарис Фәйзуллин, Динар Сәхәүетдинов, Әхнәф Ғилметдинов, Илшат Ғайсин, Радик Ниғмәтуллин.Йәш малдарҙы тәрбиәләү – хужалыҡта, һис шикһеҙ, иң яуаплы участкаларҙың береһе. Шуға күрә хеҙмәткәрҙәрҙең йәш малдарҙы һимертеүҙәге хеҙмәте ихтирамға лайыҡ. Динар Һөйәрғолов, Мәҡсүт Һөйәрғолов, Илшат Ғайсин үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай.Файҙалы микроклимат булдырыу өсөн фермаларҙы ваҡытында йыйыштырырға һәм таҙартырға кәрәк. Был йүнәлештә Кәрим Фәрхетдинов, Рәис Ғиниәтуллин, Әхнәф Ғәйнетдинов яҡшы эшләй.Ваҡыттары менән иҫәпләшмәй үҙ бурыстарын яуаплы башҡарыусы механизаторҙар Вәкил Шафиҡов, Ильяс Солтанов, Фәрүәз Шакиров, Рәлиф Сәфинуров, Тимерйән Хәкимовтарҙың эштәре маҡтаулы.2019 йылда ферманың беренсе корпусында капиталь ремонт яһалған: утлыҡсалар алмаштырылған, яңы иҙән ҡойоп яһалған. Икенсе фермала микроклиматты яҡшыртыу буйынса эштәр алып барылған, был иһә һыйыр малдарының хәл-торошонда ғына түгел, хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттарында ла ыңғай сағылыш алды. Механизаторҙарҙың тын-ғыһыҙ хеҙмәте һөҙөмтәһендә техника сезонлы эштәргә тулыһынса әҙер булды, сәсеү һәм мал аҙығын йыйып алыу ваҡытында башҡарылды. 2019 йылда уртаса уңыш районда иң яҡшыларҙың береһе ине – гектарынан 22 центнер. Культураларҙың дымлылығы юғары булып сыҡты. Уларҙы элеваторҙа киптерҙеләр. Быйыл хужалыҡ күсереп йөрөтә торған киптереү агрегаты алырға планлаштыра. Был хужалыҡтың аҡсаһын артыҡ сарыф итмәҫкә мөмкинлек бирәсәк, хеҙмәтсәндәрҙең эшен дә еңеләйтәсәк. Уҙған йылда сенажға 227 гектар үлән сабылды. Сенаж бар технологик процестарҙы үтәп һалынды, барлығы 4276 тонна әҙерләнде. 2020 йылға пландарға килгәндә, Юрис Хәйҙәр улы хужалыҡтың бар биналары һәм ҡоролмаларын милеккә рәсмиләштереүҙе тамамлау кәрәклеге тураһында белдерҙе. Шулай уҡ мал зыяраты, барлыҡ талаптарға тап килгән мал һуйыу пункты төҙөү, ялан кәртәне һәм һауын йәйләүҙәрен ремонтлау мөһим. Алда – яҙғы сәсеү. Хужалыҡ уға әҙер: ашламалар һәм яғыулыҡ-майлау материалдары, техникаға алмаш частар, орлоҡ һатып алынған. Уҙған йылда тырыш һәм уңышлы хеҙмәттәре өсөн хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре Лилиә Хәмиҙуллина, Динар Һөйәрғолов, Зәлифә Мөхәмәтйәнова, Рәзимә Шакирова, Фарис Фәйзуллин, Ильяс Солтанов, Радис Хәмиҙуллин, Розалия Ғайсина, Таһир Закиров, Вәғиз Шафиҡов, Фәймә Исмәғилева, Мәҡсүт Камалов, Әхнәф Ғилметдинов, Фәрүәз Шакиров почет грамоталары һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнде. Пенсияға сыҡҡан Рифат Хәкимов, Нәфисә Хәйретдинова һәм Зөлфиә Латипова исеменә йылы һүҙҙәр яңғыраны.“Йондоҙ” йәмғиәте хеҙмәтсәндәре һөҙөмтәле һәм уңышлы эшкә әҙер.