Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
25 Февраль 2020, 12:00

Вәлитовтар ғаиләһе үҙ эшеңде нисек башларға икәнлеген белә

Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Мәсетле районы буйынса бүлегендә эш эҙләүҙә ҡыйынлыҡ кисереүсе граждандарҙың эшҡыуарлыҡ инициативаһын үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә. Мәҫәлән, былтыр 17 эшһеҙ үҙ эшен асыуға бер тапҡыр бирелеүсе финанс ярҙамы алды. Шуларҙың береһе – Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Лилиә Вәлитова.

– Ирем менән беҙҙең үҙебеҙгә эшләргә, бойондороҡһоҙ һәм ирекле булырға, тигән маҡсатыбыҙ бар ине, – ти Лилиә Ғәфүрйән ҡыҙы. – Эш башлаусы эшҡыуарҙар өсөн бер тапҡыр бирелә торған субсидия алырға мөмкинлек биргән дәүләт программаһы барлығын белеп ҡалдым. Ләкин иң беренсе мәшғүллек хеҙмәтенә, эш башлаусы эшҡыуар булараҡ, минең дәүләттән алған средстволарҙы нимәгә тотонорға белеүемде күрһәтеүсе үҙ бизнес-планымды күрһәтергә кәрәк ине.
Ғаилә советында Вәлитовтар һыйыр малы үрсетеү буйынса крәҫтиән-фермер хужалығы асырға ҡарар итә. Уларҙың был юлды һайлауына тәбиғи продукцияның һаулыҡ өсөн файҙалы һәм популярлыҡ менән файҙаланыуы нигеҙ була. Хәҙерге заман баҙарында улар әллә ни күп булмағас, бигерәк тә.
Ауыл хужалығы, айырыуса малсылыҡ – эш башлаусылар өсөн ярайһы уҡ ҡатмарлы тармаҡ. Билдәле бер белем кәрәк, ә иң мөһиме, һалынған средстволар килем килтерә башлағансы айҙар, хатта йылдар үтергә мөмкин. Әммә был Лилиә менән Данилды ҡурҡытмай.
– Был тармаҡ менән беҙ бала саҡтан таныш, ата-әсәйҙәребеҙ ғүмер буйы малсылыҡта хеҙмәт итте. Шуға күрә беҙ бының ялһыҙ, байрамһыҙ көндәлек көсөргәнешле эш икәнен бәләкәйҙән беләбеҙ. Ә икенсе яҡтан, беҙҙең өсөн ул йылдар дауамында күнегелгән йәшәү рәүеше. Беҙ шул мөхиттә үҫкән һәм шуға күрә аҙмы-күпме тәжрибәбеҙ бар, – ти ғаилә башлығы.
Ғаилә иҡтисади яҡтан да яҡшы белемгә эйә. Данил Рәмил улы шул йүнәлеш буйынса юғары уҡыу йорто тамамлаған. Оҙаҡ йылдар райпола һәм коммерция ойошмаһында эшләгән.
Дәүләт тарафынан бүленгән средстволарға ғаилә ике һыйыр һатып алып ҡушып, мал һанын алтауға тиклем арттырған. Һыйырҙарҙан тыш, хужалыҡта һауын кәзәләре, бал ҡорттары һәм ҡош-ҡорт бар. Продукцияларын урындағы баҙарҙа һаталар.
Вәлитовтар бының менән генә туҡтап ҡалырға йыйынмай. Киләсәктә улар ит-һөт йүнәлешен үҫтерергә һәм хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларына грант ярҙамы конкурсында ҡатнашырға теләй.