Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Ленинский” АПК-һы, “Аҡтау” йәмғиәте һәм “Попов” КФХ-һының сертификаттары булып, 2014 йылда Рәсәй Федерацияһы-ның Орлоҡсолоҡ хужалыҡтары реестрына индерелгәйне инде. Быйыл уларҙың сертификаттарының мөҙҙәттәре тамамлана.
2014 йылдың 24 апрелендәге “Юғары категориялағы үҫемлектәр орлоҡтары етештереү (үҫтереү), комплекслы әҙерләү, ҡаптарға төрөү һәм һатыуҙы бойом-ға ашырыусы физик шәхестәр һәм юридик ойошмаларҙы сертификациялау тәртибе тураһында” 68-ОД һанлы бойороҡ менән раҫланған положениға ярашлы, әлеге хужалыҡтарҙа инспекция контроле уҙғарылды. Орлоҡсолоҡ хужалыҡтарын сертификациялау һәм уларҙың реестрын формалаштырыу комиссияһы составына “Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге”нең Башҡортостан филиалы етәксеһе урынбаҫары Айҙар Хәмәтшин һәм орлоҡсолоҡ бүлеге начальнигы Салауат Мөхәмәтов, Мәсетле район орлоҡсолоҡ бүлеге начальнигы Рафас Хәйретдинов һәм баш агрономы Әхнәф Тәкиев, Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге баш агрономы Салауат Зәбихуллин инде.
Тикшереү барышында төрлө критерийҙар: белгестәрҙең, орлоҡтарҙы әҙерләү һәм кондиция күрһәткестәренә еткереү буйынса матди-техник базаның, келәт биналарының, үҫемлекселек өлкәһендә документацияның булыуы һәм башҡалар баһаланды.
Инспекция контроле һөҙөмтәләре акт менән рәсмиләштерелде, унда хужалыҡтарҙың торошона баһа һәм тейешле кәңәштәр бирелде. Бөтә өс орлоҡсолоҡ хужалығында ла ярашлылыҡ сертификаттарының ғәмәлдә булыуы раҫланды.
Быйыл райондың тағы ла бер хужалығы – “Мөхәмәтйәнов Р. Р.” КФХ-һының юғары репродукциялы орлоҡтар үҫтереү өсөн сертификат алыуға заявка биреүе һөйөндөрә.