Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
23 Ғинуар 2020, 12:00

Мәсетле районында уҡыуҙар: малдарҙың айырыуса ҡурҡыныслы сир сығанағын юҡ итеү

22 ғинуарҙа Мәсетле районы территорияһында сусҡаларҙың африка тағуны–айырыуса ҡурҡыныслы сир сығанағы барлыҡҡа килеү менән тыуҙырыл-ған ғәҙәттән тыш хәлде юҡ итеү буйынса команда-штаб күнекмәләре үтте.

Күнекмәләрҙә БР Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин, республиканың ветеринария идаралығы начальнигы урынбаҫары Раян Шаһимөхәмәтов, райондың хакимиәт башлығы Әнис Әсәҙуллин, республиканың 13 районы, шулай уҡ Силәбе һәм Свердловск өлкәләре хакимиәттәре вәкилдәре, эре малсылыҡ предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары етәкселәре, үрҙә телгә алын-ған райондарҙың район, район-ара һәм ҡала ветстанциялары начальниктары һәм белгестәре ҡатнашты.
Уҡыуҙар дүрт этапҡа бүленде
Беренсе этапта Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығының йыйылма эпизоотияға ҡаршы отрядын һәм Мәсетле районының ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияһын хәбәрләндереү һәм йыйыу ойошторолдо.
Икенсе этап – БР Ветеринария идаралығының йыйылма эпизоотияға ҡаршы отряды, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм юҡ итеү системаһының Баш-ҡортостан территориаль подсистемаһының муниципаль звеноһы көстәре һәм средстволарының айырыуса ҡурҡыныслы сир сығанағы барлыҡҡа килеү менән яһалма тыуҙырылған ғәҙәттән тыш хәлде юҡ итеү буйынса сараларға әҙерлеген ҡарау һәм тикшереү.
Өсөнсө этапта ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен минималләштереү буйынса саралар күреү менән бәйле кәңәшмә уҙғарылды.
Азат Йыһаншиндың һүҙҙәренсә, уҡыу тренировкаларының маҡсаты – малдар-ҙың айырыуса ҡурҡыныслы сирҙәренең киҫкен күбәйеп китеүе арҡаһында килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәлдәр барлыҡҡа килгән осраҡта урындағы үҙидара етәкселегенең, ветеринария, янғынға ҡаршы, коммуналь һәм башҡа хеҙмәттәрҙең үҙ-ара килешеп эш итергә өйрәнеүе. Был сусҡаларҙың африка тағуны сиренә генә ҡағылмай.
– Территорияларыбыҙҙың именлеге, үҫешеүе, райондың ғына түгел, ә төбәктең һәм тотош илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тулыһынса ошоға бәйләнгән, – тине ул сығышында.
Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының эпизоотия торошо, айырыуса ҡурҡыныслы сир сығанағы барлыҡҡа килгән осраҡта кәрәкле норматив документтар төҙөү, Мәсетле районы территорияһында ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү өсөн көстәр һәм саралар әҙерлеге темаларына ҡағылдылар.
Свердловск һәм Силәбе өлкәләренең хайуандар сирҙәре менән көрәшеү буйынса ветеринария станциялары етәкселәре тәжрибәләре менән уртаҡлашты һәм артабанғы хеҙмәттәшлеккә ышаныстарын белдерҙе.
Белешмә өсөн:
Сусҡаларҙың африка тағуны – ул сус-ҡаларҙың айырыуса ҡурҡыныслы сирҙәр рәтенә ҡараған йоғошло вируслы сире. Кеше өсөн ул ҡурҡыныс түгел, әммә ауыл хужалығы тармағына етди зыян килтерә, сөнки хайуандар араһында вакцина профилактикаһына һәм дауалауға бирелмәй. Сирҙең таралыуын тик ҡаты карантин саралары менән генә туҡтатырға мөмкин.
Дүртенсе этап – ғәҙәттән тыш хәлдәр-ҙе юҡ итеү буйынса практик сараларҙы эшләп еткереү. Легенда буйынса, “Ленинский” АПК-һында биш баш сусҡа үлеүе тураһында хәбәр килә. Республиканың ветеринария хеҙмәте тарафынан алдан диагноз ҡуйыла – сусҡаларҙың африка тағуны.
Мәсетле районының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссияһы һәм Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм юҡ итеү системаһының Башҡортостан территориаль подсистемаһының муниципаль звеноһы оператив режимда үҙ эшен башлай.
Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе юҡ итеү буйынса практик сараларҙы эшләп еткереү барышында БР Ветеринария идаралығының йыйылма эпизоотияға ҡаршы отряды ағзалары заманса ҡорамалдар һәм техника ярҙамында кәрәкле бөтә диагностик һәм ликвидация саралары комплексын бо- йомға ашыра. Сараны әҙерләү һәм үткәреү буйынса кәрәкле бөтә ойоштороу эшен Мәсетле район ветстанцияһы башҡара.
Алдан бирелгән баһа буйынса Мәсетле районында малдарҙың айырыуса ҡур-ҡыныслы сир сығанағы барлыҡҡа килеү менән тыуҙырылған ғәҙәттән тыш хәлде юҡ итеү буйынса команда-штаб тренировкаһында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ҡуйылған бурыстарҙы үтәй алды.
Шул уҡ ваҡытта
16 ғинуарҙа Һамар өлкәһендә – Кошкин һунар хужалығының 87-се кварталында ҡабандарҙың африка тағунынан үлеүенең тәүге осраҡтары теркәлде. Был хаҡта Рәсәй ауыл хужалығы күҙәтеүе идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Унан тыш, ведомство мәғлүмәте буйынса, күрше районда шул уҡ һунар хужалығы территорияһында ошо уҡ сәбәптән үлгән тағы ла ике ҡабан табыла. 20 ғинуарҙа Кошкин һунар хужалығының 91-се кварталында табылған үлгән ҡабанды лабораторияла тикшергән ваҡытта шулай уҡ сусҡаларҙың африка тағуны ДНК-вирусы асыҡлана. Барлығы алты үлгән ҡабан табыла.
Әле сусҡаларҙың африка тағуны буйынса эпизоотик хәл-торош һәм сирҙе юҡ итеү саралары – Рәсәй ауыл хужалығы күҙәтеүенең төбәк идаралығы контролендә, Кошкин һунар хужалығының бөтөн территорияһында карантин урынлаштырыу буйынса саралар күрелә.