Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
22 Ғинуар 2020, 13:00

Нисек ашатһаң, һөттө шулай алырһың

Ҡыштың уртаһы етте, инде икенсе айы тамамланып килә, ләкин һауа торошона ҡарағанда, яҙ башы йәки көҙ һуңы кеүек. Ҡыштың ҡарһыҙ, йылы тороуына ҡарамаҫтан, район аграрийҙары штатлы режимда эшләй. Юғары һауым алыу өсөн һыйыр малдарын һәм быҙауҙарҙы дөрөҫ ашатырға һәм ҡарарға кәрәк. “Һыйыр-ҙың һөтө – телендә” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит.

Леонид Попков “Ленинский” АПК-һының ферма мөдире булып һигеҙ йыл эшләй.

Ә хужалыҡтың үҙендә ул – 1983 йылдан башлап: водитель, тракторсы, мал ҡараусы.

Үҙ эшен ентекле башҡарған тәжрибәле һәм тырыш белгесте яуаплы һәм эшһөйәр кеше булараҡ беләләр.

“Ленинский” АПК-һы хеҙмәтсәндәре малдарҙы ҡышлатыуға төплө әҙерләнгән һәм килеп тыуған ниндәй ҙә булһа хужалыҡ мәсьәләләрен тиҙ генә хәл итәләр.
Предприятиеның малсылыҡ бүлеге баш белгесе Антон Акулов һөйләүенсә, ҡышҡы осорға мал аҙығы проблемаһы юҡ: йәй көнө уларҙы запас менән әҙерләп ҡуйғандар. Бында йәйен яландарҙа арыу-талыу белмәй эшләгән механизаторҙарҙың хеҙмәте ҙур. Хәҙер эш малсыларҙан тора.
Кооперативта – 1711 баш һыйыр малы, шуларҙың 700-ө – һауын һыйырҙары. Уларҙың рационы сенаждан, күп йыллыҡ үләндәр бесәненән, иген фуражынан һәм витамин өҫтәмәһенән тора. Үткән йыл йомғаҡтары буйынса бер һыйырҙан 6793 кг һөт һауып алынған. Һөт сифаты норма сиктәрендә: 3,8% – майлылыҡ һәм 3,4% – аҡһым.
Һөт һауып алыу буйынса юғары күрһәткестәр – ул, тәү сиратта, мал ҡараусылар һәм һауынсыларҙың хеҙмәт һөҙөмтәһе. “Ленинский” АПК-һында 2019 йылда 6127 ц һәм 5024 ц һөт һауып алған һауынсылар Гөлһылыу Хәкимова һәм Римма Нафиҡовалар-ҙың, малсы Фидаил Мөхәмәтрәхимовтың һөҙөмтәләре яҡшы.
2019 йылда уртаса тәүлек артымы 650 г тәшкил иткән. Был йүнәлештә Сергей Субботин (йәш малдарҙың уртаса тәүлек артымы – 709 г) менән Валентина Хисаметдинова (694 г) юғары һөҙөмтәләргә ирешкән.
Бөгөнгә 792 быҙау алынған. Өс айға тиклем улар айырым корпуста аҫрала. Ҡалған быҙауҙарҙы малсылар Татьяна Ковина, Сәлиә Красильникова, Любовь Худякова, Рамаҙан Бәшәров, ветфельдшер Юлия Редькина, зоотехник-хисапсы Зоя Цыпышева ҡарай, ашатыу, аҙыҡ таратыу һәм мал аҙығын ташыу өсөн механизаторҙар Рәмис Шафиҡов һәм Артем Прудыус яуаплы.
Ферма мөдире Леонид Попков малдарҙың дөрөҫ ҡаралыуын һәм ашатылыуын күҙәтә. Ошо кешеләрҙең хеҙмәте менән яҡшы һөҙөмтәләргә ирешелә.
Йәйге осорҙа хеҙмәткәрҙәр ферманың иҙәндәрен ремонтлаған, өлөшләтә һыу үткәргесте алмаштырған һәм һыу сығарыу башняһын йүнәткән.