Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
14 Ғинуар 2020, 16:00

Ауыл хужалығына ярҙам күрһәтеүгә үҙгәрештәр индерелде

Рәсәйҙә 2020 йылдан агросәнәғәт комплексын субсидиялау механизмы үҙгәрҙе.

Өс төрлө дәүләт ярҙамын – үҫемлекселектә бәйле булмаған (гектар буйынса) ярҙамды, һөтсөлөк тармағында субсидияны һәм “берҙәм” төбәк субсидияһын компенсация һәм дәртләндереү субсидияһы алмаштырҙы. Был хаҡта ҡарар уҙған йылдың ноябрь һуңында РФ Хөкүмәтендә ҡабул ителгәйне.
Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы баһалауҙары буйынса, был ярҙам төрҙәрен үҙгәртеү илебеҙҙең ауыл хужалығы производствоһына үҫемлекселектең һәм малсылыҡтың айырым тармаҡтары буйынса ярҙам күрһәтергә, шулай уҡ агросәнәғәт комплексының өҫтөнлөклө йүнәлештәренә стимул булдырырға һәм хужалыҡ алып барыуҙың бәләкәй формаларын үҫтереүгә килтерәсәк.
Компенсация субсидияһы Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренә үҫемлекселектең һәм малсылыҡтың айырым тармаҡтары буйынса ауыл хужалығы производствоһына ярҙам итеп бирелә. Ул һәр төбәктең ил буйынса дөйөм күрһәткестәрендә биләгән урынынан сығып булдырыла. 2020 йылда компенсация субсидияһын алыуҙа илебеҙҙең 84 төбәге ҡатнашасаҡ. Федераль бюджет сараларының дөйөм күләме 34,2 млрд һум тәшкил итәсәк.
Дәртләндереү субсидияһы агросәнәғәт комплексында билдәләнгән тәртиптә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләгән Рәсәй Федерацияһы субъекттарына бирелә. Ул сираттағы финанс йылына план күрһәткестәре нигеҙендә формалашасаҡ. 2020 йылда был төр субсидия алыуҙа илебеҙҙең 81 төбәге ҡатнашасаҡ. Федераль бюджеттан финанслауҙың дөйөм күләме 27,1 млрд һум тәшкил итәсәк.