Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
13 Декабрь 2019, 18:00

Кооперативтар төҙөү инициативаларын – тормошҡа

Башҡортостанда ауыл хужалығында килем килтереүсе проекттар-кооперативтар төҙөүҙе субсидиялауҙы дауам итәсәктәр. Ошо йылдың сентябрендә Баш-ҡортостан Хөкүмәтендәге брифингта республика хөкүмәте премьер министры – ауыл хужалығы министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов ошо хаҡта хәбәр итте.

Граждандар инициативаһы нигеҙендә килем килтереүсе ко-оперативтарҙы үҫтереү программаһын (ДГП) 2024 йылға тиклем оҙайтырға ҡарар ителде. Илшат Фәзрахмановтың һүҙҙәренсә, проект уңышлы булып сыҡты. былтыр республикабыҙ төҙөлгән ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары һаны буйынса Рәсәйҙә беренсе булды. Бюджетта яңы ДГП-лар төҙөүгә 300 млн һум бүленгән. 2024 йылға был һанды 500-гә еткереү планлаштырыла.
Ошоноң менән бәйле төбәктә муниципаль берәмектәрҙә инициатива төркөмдәрен формалаштырыу буйынса күсмә консультациялар старт алды. Шуға оҡшаш консультациялар беҙҙең райондың ауыл биләмәлендә ошо аҙнала үтте. Уларҙы республика Ауыл хужалығы консультация үҙәгенең ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперацияһын үҫтереү буйынса менеджеры Хәйерзаман Хөснияров, Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш бухгалтеры Вадим Гаврилов һәм баш зоотехник-консультант Евгений Минко уҙғарҙы.
2020 йылда Башҡортостан Республикаһында килем килтереүсе проекттарҙы бойомға ашырыу үҙенсәлектәренән тыш, “Фермерҙарға ярҙам системаһы һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” федераль проектын (“Агростартаптар”) бойомға ашырыуға ярашлы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын төҙөү һәм үҫтереү, Башҡортостан Республикаһында эш башлаусы фермерҙарға ярҙам, шулай уҡ КФХ-лар нигеҙендә ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ДГП-лар-ҙың асылы шунда: шәхси ярҙамсы хужалыҡтар һәм КФХ хужаларының үҙҙәренең инициативалары һәм ҡушып финанслауы иҫәбенә коллектив ҡулланыу объекты – инициаторҙарға эшләүсе һәм өҫтәмә килем килтереүсе ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы булдырыу. Уны бойомға ашырғанда һәр бер ауыл хужалығы ҡулланыусылар ко-оперативы өс млн һумға тиклем дәүләт ярҙамына дәғүә итә ала. Тик уның шарты бар: кооператив һоралған сумманың кәмендә туғыҙ процентын үҙенекен һалырға бурыслы.
Консультация йомғаҡтары буйынса Мәсетле районында һөт эшкәртеү, һуйыу цехы булдырыу, ит эшкәртеү һәм умартасылыҡ йүнәлештәре буйынса дүрт инициатива төркөмө формалаштырылды.