Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
13 Ноябрь 2019, 13:02

Ҡыш ябып аҫрау осоро етте

Райондың ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында малдарҙы йәйге көтөү-лектәрҙә йөрөтөү миҙгеле тамамланды һәм малдар ҡышлатыуға ябылды.


Малсы Виктор Щербаков фермала оҙаҡ йылдар эшләй.


“Ленинский” АПК-һында һыйыр малдарын әле сентябрь аҙағында һал-ҡын, йонсоу көндәрҙә үҡ ҡышҡы аҙбар- ҙарға яптылар.

2019-2020 йылдарҙың малдарҙы ҡышлатыу осоронда әлеге ауыл хужалығы предприятиеһында 10 һыйыр аҙбары файҙаланыла. Уларға 1651 баш мал урынлаштырылған, шуларҙың 700-ө – һыйырҙар.

Малсылыҡ бүлегенең баш белгесе Антон Акуловтың билдәләүенсә, быйыл йәй һалам-бесән һәм һутлы аҙыҡтар етерлек күләмдә әҙерләнгән: 1826 т бесән, 15765 т сенаж, 2000 тоннанан ашыу һалам, 30 мең ц ашлыҡ. Йыл башынан 10 ай эсендә “Ленинский” АПК-һында 38466 ц һөт (былтырғы менән сағыштырғанда 569 центнерға күберәк) етештерелгән, һауын көтөүенең продукт биреүсәнлеге бер һыйырҙан 5495 кг (+81 кг) тәшкил итте.

Хеҙмәтсәндәр малдарға туҡ һәм йылы ҡышлау тәьмин итте.

– Бөтә биналарҙа ла аҡлау, буятыу, территорияны сүп-сарҙан һәм тиҙәктән таҙартыу, дезинфекциялау кеүек эштәр башҡарылған. Ике һыйыр аҙбарында иҙәндәр алмаштырылған, өлөшләтә һыу үткәргесе ремонтланған, малдарҙы сығарыу өсөн ялан аҙбары тәртипкә килтерелгән, – тине Антон Сергеевич. – Быҙау аҙбарында иҙәндәр һәм ситлектәр алмаштырылған. Бөгөнгә һыйырҙарҙың 20 проценты быҙаулаған. Уларҙы өс тапҡыр һауыу ойошторолған.