Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
9 Октябрь 2019, 16:03

Ураҡ финишҡа яҡынлаша

Һалҡын ямғырлы көндәрҙән һуң ҡалҡҡан ҡояш һәм йылы һауа торошо аграрийҙарға ысын бүләк булды. Шуға күрә яландарҙа эштәр көсәйтелгән режимда дауам итте.

БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 6 октябргә төбәктә 3 млн 140 мең тонна иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары һуғылған, сәселгән бөтә майҙандарҙың 96 проценты йыйып алынған. Уңыш былтырғы күрһәткестән юғарыраҡ, игенселәр гектарынан уртаса 19,8 ц иген йыйып алды.

Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, 7 октябргә райондың бөтә ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында урып-йыйыу эштәре 96,4 процентҡа үтәлгән. Планлаштырылған 22664 га иген культураларының 21940 гектары сабылған. Уртаса уңыш гектарынан 16,3 ц тәшкил итә.

Бойҙай (96%), борсаҡ (92%), кәрешкәне (95,6%) йыйып бөтөп киләләр. Ҡарабойҙайҙың 86,5 проценты йыйып алынған.

Иң юғары уңыш күрһәткесе ужым арышы менән кәрешкә буйынса – 18ц/га. Арпа – 17,7 ц/га, борсаҡ – 17,4 ц/га, бойҙай – 16,9 ц/га, һоло – 16,8 ц/га.