Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
26 Сентябрь 2019, 18:51

Көтөүсе урынына – электрокөтөүсе

Ҡарауһыҙ йөрөгән малдар районыбыҙ өсөн ысын бәләгә әйләнде. Шәхси хужалыҡ- тарҙың малдары баҫыуҙарға инә һәм сәсеүлектәрҙе тапай, кәзәләр өйөрө парктарҙа һәм баҡсаларҙа бар йәшеллекте ашай. Был ҡарауһыҙ йөрөгән малдарҙың хужалары уларҙың башҡаларға зыян килтергәнен белмәй ҙә һәм малдарын иреккә сығарыуын дауам итә.

Бындай хужалар малдарҙы көтөү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн Башҡортостандың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 7.3 статьяһы буйынса 1 меңдән 5 мең һумға тиклем админис-тратив штраф ҡаралыуын белмәйҙәрҙер, бәлки. Шул уҡ хоҡуҡ боҙоу ҡабатланған осраҡта райондың административ комиссияһы 3 меңдән 5 мең һумға тиклем штраф һалырға мөмкин.

Баҫыуҙағы ҡайһы бер үҫентеләрҙе ашап, малдарҙың ағыуланыуы бар. Һөҙөмтәлә мал үлә. Быйыл районда ундай хәлдәр булды.

Шулай уҡ трасса буйында һәм көслө хәрәкәт урындарында йөрөгән малдар юл- дарҙа хәүеф тыуҙыра, аварияға килтерә, бигерәк тә ҡараңғы ваҡытта.

Был мәсьәләне хәл итеү юлдарының береһе булараҡ район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов бергәләп электроҡойма (электрокөтөүсе) алырға тәҡдим итә. Ул изоляцияһыҙ сымдан тора, ағас, тимер йәки плас-тик таяҡтарға ҡуйыла. Электроҡойманың бейеклеген һәм таяҡтар араһындағы оҙонлоҡто мал төрөнә ҡарап һайлайҙар. Сымға махсус генератор-пульс биреүсенән (халыҡта электрокөтөүсе тип йөрөтөлә) минутына 60-100 импульс йышлығы менән 9-12 кВ юғары көсөргәнеш импульс-тары даими бирелеп тора. Электроҡойма ваҡытлыса кәртәләү һәм баҫыуҙарҙы малдарҙың тапауынан һаҡлау, хәүефле урындарҙы кәртәләү өсөн, малдарҙы ябып ҡарағанда ҡулланыла. Бындай ҡулайлама менән малды даими ҡарап тороу кәрәкмәй, уларҙың ҡайҙалығы билдәле.