Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
23 Сентябрь 2019, 13:00

Икмәк булһа, йыр ҙа була

Мәсетле районы элек-электән ауыл хужалығы районы булып иҫәпләнә. Ауыл хужалығы етештереүселәре иген һәм мал аҙығы, картуф, йәшелсәләр үҫтереүҙә, ит-һөт йүнәлешендәге малдар, сусҡалар үрсетеүҙә махсуслаша.

Районда, айырыуса шәхси секторҙа, ҡортсолоҡ үҫешкән.

Әлеге ваҡытта муниципаль район территорияһында һигеҙ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт, бер АПК, 100-ҙән ашыу крәҫтиән-фермер хужалығы, ике шәхси эшҡыуар, туғыҙ меңдән ашыу шәхси ярҙамсы хужалыҡ, биш ҡулланыусылар кооперативы эшмәкәрлеген бойомға ашыра.

Йыл һайын беҙҙең район хужалыҡтары республика бураларына 30 мең тоннанан ашыу яңы иген уңышы индерә. Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының төп өлөшөн – 56 проценттан ашыуын 28 ауыл хужалығы предприятиеһының алтауһы сәсә, улар – “Ленинский” АПК-һы, “Аҡтау”, “Йондоҙ”, “Ҡыҙылбай”, “Батыр” йәмғиәттәре һәм “Үҙәк” МТС-ы.

Игенсе һәм малсы хеҙмәте – үтә лә мөһим, шуға күрә ул лайыҡлы баһаланырға һәм, барыһынан да элек, ул эш хаҡында сағылырға тейеш. Әлеге йылдың алты айында хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса айлыҡ эш хаҡы 14018 һум тәшкил иткән, үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда артыу 8,2% булған.