Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
6 Сентябрь 2019, 17:02

Мал имен ҡышлаһын өсөн

Малдарҙы көтөүҙәрҙә йөрөтөү осоро тамамланып та килә. Тимәк уларҙы арбаҙҙарға индерергә лә күп ҡалманы.

Малдарҙы ҡышлатыу – ҡатмарлы һәм яуаплы осор, сөнки уны малсылыҡтың етештереүсәнлеген, малдар һәм алған үрсем һанын кәметмәйенсә үткәрергә кәрәк. Нәҡ шуның өсөн район хужалыҡтарында фермаларҙы ремонтлау, технологик ҡорамалдар-ҙың төҙөклөгөн тикшереү һәм мал аҙығы әҙерләү кеүек эштәр майҙа уҡ башланған ине.

Малсылыҡ биналарын ҡышҡылыҡҡа әҙерләүгә “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лә намыҫлы ҡарағандар. Бында яҙғы-йәйге осорҙа ҡуралар ремонтланған, таҙартылған, тиҙәк сығарылған. Һыйыр арбаҙҙарының береһендә транспортер лотоктары һәм иҙән яңыртылған, мал аҙығы өҫтәле эшләнгән. Хужалыҡта ҡышын биш һарайҙа яҡынса 620 эре мал, 75 ат торасаҡ.

Беҙ килгән көндө эшселәр Кәрим Фәрхутдинов һәм Ринат Ханов (һүрәттә) быҙау арбаҙының стеналарын аҡлай ине. Алда ауыл хужалығы малдарының йоғошло сирҙәрен иҫкәртеүгә һәм уларға ҡаршы көрәшеүгә йүнәлтелгән эш – биналарҙы дезинфекциялау тора.

Хужалыҡ мал аҙығын әҙерләүгә лә яуаплы ҡараған. Бында уртаса бер баш малға 25 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән. Хужалыҡта сенаж, бесән һәм һалам етерлек күләмдә бар. Иген культураларын урып-йыйыу дауам итә.