Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
27 Август 2019, 18:55

Күктә–һабан турғайы, баҫыуҙа – игенселәр

Үткән аҙнала республикала һауа шарттары иген культураларын йыйып алыу өсөн ярайһы уҡ уңайлы булды. Хәстәрлекле игенселәр бының менән файҙаланып ҡалды.


Комбайнсы Ринат Сәфиуллин, водитель Владислав Миндебаев һәм агроном Николай Запольских.


Ауыл хужалығы консультация үҙәге биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, 22 авгус-ҡа республикала уңыш гектарынан 20,2 ц тәшкил итеп, иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының тулайым йыйымы 900 мең тоннанан ашты, был – былтырғы кимәлдә. Әлеге ваҡытта республиканың барлыҡ 54 районында ла ураҡ эштәре бара.

Мәсетле районында урып-йыйыу эштәре 14 процентҡа үтәлгән, йәғни – 3387 га сабылған.

“Ленинский” АПК-һында игендәрҙе йыйып алыу үткән аҙнала башланды. Баҫыуҙарҙа 10 комбайн эшләй, шул иҫәптән ете комбайн – һуғыуҙа. Беҙ кооперативтың баш агрономы Николай Запольскихтан хужалыҡта ураҡ эштәре барышы менән ҡыҙыҡһындыҡ.

– Культуралар өлгөрөү менән ураҡҡа төштөк. Дымлылыҡ норманан юғарыраҡ, әлбиттә, – 20-25%, шуға күрә игенде киптереп еткерергә тура килә. Ә был – ваҡытты, средстволарҙы һәм көстәрҙе өҫтәмә сарыф итеү. Бынан тыш, яҙғы ҡырауҙар һәм шытып сыҡҡан ужым культураларының һәләк булыуы уңышта сағылды.

Беҙ килгән көндө яландағы эштәр тулы көйгә бара– комбайндар һоло баҫыуын йырғыслай ине, ауыл хужалығы машиналарының тигеҙ генә гөрөлдәүе бер минутҡа ла тынманы. Дөрөҫ, һауа торошо мөмкинлек биргәндә ҡояшлы көндәрҙе файҙаланып ҡалырға кәрәк. Ваҡыттың һәр минуты иҫәп- ле.

Тәжрибәле комбайнсылар Фәнил Ғәлимйәнов, Александр Берсенев, Владимир Носков, Артур Бәширов, Руслан Хәмитов, Алексей Абросимов һәм Ринат Сәфиуллин быны яҡшы аңлап, ең һыҙғанып эшләй. Игенде баҫыуҙарҙан сығарыуҙа водителдәр Владислав Миндебаев, Рәмил Хизбуллин, Сергей Чебыкин, Максим Попков, Алексей Елисеев хеҙмәт итә.

Хужалыҡта йәш белгестәр ҙә бар. Улар араһында – Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы филиалы студенты – Артем Абросимов. Комбайндарҙы техник хеҙмәтләндереүҙе уға ышанып тапшыр-ғандар.

Шул уҡ ваҡытта икенсе баҫыуҙа ужым арышын сәсәләр ине. Сәсеү комплекстарына водителдәр Владимир Луканин менән Рифат Яныбаев идара итә.


Шуның менән бергә

“Агростартап” проекты буйынса мини-ферма

Бурансы ауылынан Райзан Кәримов “Агростартап” төбәк проекты буйынса гранттар биреү конкурсында ҡатнашты. Был хаҡта Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге белгесе Гөлдәр Солтанова хәбәр итте.

Ул биргән проекттың асылы крәҫтиән (фермер) хужалығы булдырыуға һәм ҡара-сыбар тоҡомло башмаҡтар, ауыл хужалығы техникаһын һатып алыу иҫәбенә лактация осоронан тыш йәш малдар аҫрау менән һөтсөлөк йүнәлешендәге бәләкәй малсылыҡ фермаһын ойоштороуға ҡайтып ҡала.

Әлеге ваҡытта хужалыҡтың 18,6 га ер биләмәләре (пай, өлөшләтә милек), 12 баш һыйыр малы (шул иҫәптән дүрт һыйыр), 17 һарығы, ҡош-ҡорто, тағылмалы, сапҡыслы, фреза һәм күмгесле мотоблогы, мал тотоу өсөн 90 кв. м майҙанлы бинаһы бар.