Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
21 Август 2019, 17:00

Ураҡҡа старт бирелде

Район аграрийҙарының ҡыҙыу осоро – ураҡ мәле башланды. Ялан хеҙмәтсәндәре үҙ эштәренә бар көстәрен һәм тырышлыҡтарын һала. Тағы ла бер аҙҙан елдә тулҡынланған башаҡлы баҫыуҙар бушап ҡаласаҡ. Ә әлегә комбайнсылар “алтын диңгеҙҙәрҙе” йыр-ғыслай, ваҡыттың һәр минуты иҫәпле.

Беренсе булып бөртөклөләрҙе йыйып алыуға “Ленинский” АПК-һында һәм “Аҡтау” йәмғиәтендә төштөләр.

“Аҡтау” хеҙмәтсәндәренә 5400 гектар майҙандан иген йыйып алаһы бар.

Әйтергә кәрәк, “Аҡтау” – тотороҡло юғары уңышы менән дан тотҡан хужалыҡ. Бының өсөн бында үҫемлекселекте алға ебәреү өсөн заманса етештереү алымдарын һәм технологияларын ҡулланалар.

Тап шуның өсөн дә быйыл хужалыҡ Мәсетле районында “Баҫыу көнөн” уҙғарыу базаһы булды. Кәңәшмә юғары кимәлдә үтһен өсөн хужалыҡ хеҙмәтсәндәре күп көс һәм ваҡыттарын бирҙе – “Попов А. В.” КФХ-һы, Мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре, Башҡорт аграр университеты һәм Ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты ғалимдары менән берлектә яҙҙан тәжрибә культураларын ултыртыу буйынса эш башланы: тупраҡты эшкәртте, уға химик эшкәртеү уҙғарҙы, ашланы, орлоҡтарҙы сәсте, культураларҙы утаны. Шулай уҡ күргәҙмә яланында “Аҡтау” йәмғиәтенең алдынғы техникаһы күрһәтелде.

Ваҡыты бик тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, хужалыҡ директоры Илдар Ниғәмәтйәнов беҙгә ваҡытын бүлде һәм беҙ тулы көйгә арпа сабыу барған баҫыу-ҙарҙы йөрөп сыҡтыҡ. Механизатор-ҙар тулыһынса эшкә көйләнгән. Баҫыу-ҙағы эш менән бригадир Фәғил Ғарифуллин етәкселек итә. Эшкә алты иген йыйыу комбайны йәлеп ителгән, улар-ҙың штурвалдары артында – иң тәжрибәле механизаторҙар: үткән йыл йом-ғаҡтары буйынса иң яҡшы комбайнсы Дмитрий Петкин, Марсель Әҙиуллин, Рафиҡ Зөфәров, Радик һәм Фәнис Мос-тафиндар, Илнар Ниғәмәтйәнов, үҙйөрөшлө “Кейс” сапҡысында Дамир Ғәзидуллин эшләй. Комбайнсы ярҙамсыһы Адис Солтанов та үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай.

Баҫыуҙарҙан ашлыҡты сығарыуҙа водителдәр Зифат Ғиниәтов, Илсур Муллануров, Ринат Бәҙретдинов һәм Илсур Хөрмәтов энтузиазм менән хеҙмәт итә.

Эш яйлы барһын һәм техника һынатмаһын өсөн хужалыҡта Руслан Фәхрәзиев, Руслан Мөхәмәтуллин һәм Рус-лан Хәмиҙуллин составында күсмә ремонт бригадаһы ойошторолған.

Игенселәргә баҫыуҙа ике тапҡыр туҡланыу ойошторолған, тәмле төшкө һәм киске аштарҙы Гөлнара Ниғәмәтйә-нова хәстәрләй.

Илдар Сәғит улы һүҙҙәренсә, оҙайлы ямғырҙар үҙ эшен эшләгән – иген өлгөрһә лә, дымлылығы бик юғары, иртәләрен 30 процентҡа тиклем етә. Шуға күрә көндөң бер өлөшөн дымдың бер аҙ парға әйләнеүен көтөргә тура килә.

Шулай ҙа, “Аҡтау”ҙа ураҡ дәртле башланып китте. Эштең ойошторолошона ҡарағанда, хужалыҡ урып- йыйыуҙы билдәләнгән ваҡытына һәм, иң мөһиме, юғалтыуҙарһыҙ тамамлаясаҡ. Изге юлға, игенселәр!