Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
16 Август 2019, 16:03

Грант хужалыҡты киңәйтергә мөмкинлек бирә

Быйыл ике крәҫтиән (фермер) хужалығы «Эш башлаусы фермер» программаһы буйынса грант отто. Уларҙың береһе – Сөйөнбәк Шакирбаев хужалығы.

– Мин кесе йәштән үк мал ҡарар-ға, саф һауала эшләргә яраттым, – ти Сөйөнбәк. – Күп йылдар элек атайым Башҡортостанға күсеп килгәс, һарыҡтар ҡарай башланы. Бер нисә һарыҡтан ул 400 башҡа еткерҙе. Ғаиләләге туғыҙ баланың һәр береһе эш менән мәшғүл булды – мал ҡараныҡ.

Сөйөнбәк Әбибулла улы Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Екатеринбург ҡалаһындағы Дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәтенең Урал институтын тамамлаған, Мәскәү ҡалаһында эшләгән. 2016 йылда районға әйләнеп ҡайтҡан. Был ваҡытҡа атаһының ихатаһында һарыҡтар һаны кәмегән була, сөнки эргәлә ярҙамсылар юҡ – ағай-энеләре ҡалаларҙа эшләй, апай-һеңлеләре, кейәүгә сығып, таралышып бөткәндәр. Ул малдар өҫтәп һатып ала һәм хужалыҡты алып бара башлай.

– Эшемде башлап ебәргәндә район хакимиәте миңә ҙур ярҙам күрһәтте, – тип уртаҡлаша йәш фермер. – Уларҙың ярҙамы менән ауылдан ситтә ер участкаһын оҙайлы ваҡыт- ҡа ҡуртымға алдым. Эшемдә атайым менән кейәүебеҙ ярҙам итә. Яҡшы дуҫыбыҙ Альфред Кашапов йыш ҡына ярҙам итеп тора. Хәҙер территорияла үҙ иҫәбебеҙгә һыйыр малдары өсөн 150 урынлыҡ ферма төҙөйбөҙ.

Әлеге мәлдә хужалыҡта 50 баш һарыҡ, 15 һыйыр, 10 ат, шул иҫәптән Ғәрәбстан юртаҡтары һәм йорт ҡоштары бар. 163 гектарҙа бесән сабалар, 30 гектар көтөүлектәре бар. Улар барыһы ла оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға алынған. 1,7 гектарҙа ферма һәм малдарҙы йөрөтөү өсөн урын урынлаш-ҡан.

Фермер техник яҡтан йыһазландырыуҙы ла яҡшы уйлаған: йөк автомобиле, бесән сапҡыс, тырмалар, һауыу аппараттары, һөт танкы менән автомобиль тағылмаһы һатып алған, тракторы – ҡуртымда.

Быйыл февралдә Сөйөнбәк үҙ крәҫтиән (фермер) хужалығын теркәгән һәм “Эш башлаусы фермер” программаһында ҡатнашҡан. 3 млн һумлыҡ грант ярҙамын фермер 20 баш продуктлы тана һәм тейәгесе, пресс-йыйғысы менән “Беларус” тракторы алыу юлы менән үҙ КФХ-һы базаһын нығытыуға йүнәлтәсәк. Планда – һыйырҙар һанын арттырыу, Теләш ауылынан Фидаил Хилатовтың КФХ-һы менән берлектә һөт эшкәртеү буйынса кооперацияла ҡатнашыу. Сөйөнбәк Шакирбаев былар барыһы ла производствоны киңәйтергә, яңы эш урындары булдырырға, район халҡын экологик таҙа продукция менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәгенә ныҡлы ышана.