Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
5 Август 2019, 15:00

Тыуған еренә ереккән

Район кешеләре араһында йүнсел һәм эшсән кешеләр күп. Улар бәхетте ситтән эҙләмәй, ә тыуған Мәсетле ерендә йәшәргә һәм хеҙмәт итергә ныҡлы ҡарар иткән.

Әжекәй ауылынан Ришат Нәсибуллин – көн һайын ялан-дарға сығып, арыш сәсеп, үҙ хеҙмәтенең емештәрен – тәрбиәле ер, тулҡынланып ятҡан баҫыуҙарҙы күреүҙән бәхет кисереүселәрҙең береһе.

Хеҙмәт юлын ул “Октябрҙең 40 йыллығы” колхозында башлаған, шунан “Һандуғас шишмәһе” һәм “Алға” йәмғиәттәрендә эшләгән. Тәжрибәле агроном башҡа өлкәлә эшләүҙе күҙ алдына ла килтермәгән. Шуға күрә әлеге хужалыҡтар тарҡалғандан һуң, ҙур булмаған баҫыуҙарҙы үҙ аллы эшкәртеп, сәсә башлай.

Башта ул элекке колхоздың 60 гектары була. Әкренләп эшкәртелеүсе ер участкаһы арта. Ул еңел генә бирелмәй. Әммә үҙ алдына маҡсат ҡуйған кеше уға табан ышаныслы бара – яңы участкаларҙы үҙләштерә, ең һыҙғанып хеҙмәт итә.

2013 йылда Ришат Тимерйән улы үҙ крәҫтиән (фермер) хужалығын теркәй.

Бөгөн фермер 400 га ер эшкәртә, шуның 130 гектарын күп йыллыҡ үләндәр, ә ҡалғанын бойҙай, арпа, арыш, һоло тәшкил итә. Ашлыҡты һаҡлау өсөн фермерҙың милкендә ике иген келәте бар. “2013 – 2015 йылдарға Башҡортостан Республикаһында эш башлаусы фермерҙарға ярҙам” программаһында ҡат-нашҡан.

– Субсидия үҙ эшемде асырға ныҡ ярҙам итте, – ти ул. – Уның ярҙамында мин яңы техника – КУН-лы трактор, тағылма һәм һабан һатып алдым.

Артабан үҙ көсө менән тырма, сәскес, һабан һатып ала. Крәҫтиән (фермер) хужалығы бөтә Нәсибуллиндар ғаиләһенең эшенә әйләнә – ҡатыны һәм улдары ғаилә башлығына һәр нәмәлә ярҙамсы. Әжекәй ауылының бөтә фермерҙары ла үҙ-ара килешеп, бергә эшләй – яҙғы баҫыу һәм урып-йыйыу эштәрендә бер-береһенә ярҙам итә.

Былтыр “Нәсибуллин” КФХ-һында 300 тонна самаһы иген культуралары етештерелгән. Ауыл хужалығы продукцияһын һатыуҙан алынған килем бер миллион һумдан артҡан.

“Үҙ эшегеҙҙе асыуығыҙға үкенмәйһегеҙме?” – тигән һорауға, ул:

– Юҡ, мин гел ерҙә эшләргә теләнем, ауыл хужалығынан баш-ҡа тормошомдо күҙ алдына ла килтермәйем, – тип яуапланы.