Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
5 Август 2019, 14:06

Һәр минуттың ҡәҙерен беләләр

Әлеге мәлдә “Йондоҙ” йәм-ғиәте районда күп күрһәткестәр буйынса алдынғы урындарҙы биләгән иң эре ауыл хужалығы предприятиеларының береһе булып тора.

Бында, әлбиттә, бар күңелдәре менән тыуған ергә береккән, башҡар-ған эштәре өсөн янып йәшәгән механизаторҙарҙың, малсыларҙың, иген үҫтереүселәрҙең һәм башҡа белгестәрҙең хеҙмәттәре баһалап бөткөһөҙ. Хужалыҡ ойошторолған 2005 йылдан бирле уны Башҡортос-тан Республикаһының ат- ҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Юрис Хәйҙәр улы Латыпов етәкләй.

Хужалыҡҡа Яңы Мишәр, Ясин, Көршәле, Аҙанғол ауылдары биләмәләре ҡарай. Бында үҫемлекселеккә һәм һөт малсылығына өҫтөнлөк бирелә.

“Йондоҙ” ЯСЙ-һына ҡараған ауыл хужалығы ерҙәренең дөйөм майҙаны – 2054 гектар.

Сәсеү майҙандарының струк-тураһы: ужым арышы – 170 гектар, бойҙай – 363, арпа – 180, һоло – 247, ҡарабойҙай – 100, кәрешкә – 236, мал аҙығы культуралары – 758, шул иҫәптән күп йыллыҡ үләндәр – 683 га.

Хужалыҡтың етештереү структураһына һөт-тауар фермаһы һәм мал һимертеү майҙаны инә. 1 авгусҡа ҡарата хужалыҡта 682 баш эре мал иҫәпләнә, шул иҫәптән һауын һыйыр-ҙары – 300, аттар – 97 баш. 2019 йылдың үткән осоронда 658 тонна һөт һауып алынған. Бер һыйырҙан һауым 2193 кг тәшкил итә. 2013 йылдан “500 һөт-тауар фермаһы” программаһында ҡатнашыусы булараҡ, хужалыҡтың ике фермаһына капиталь ремонт эшләнгән һәм модернизацияланған. Һөҙөмтәлә хәҙер малдар заман талаптарына ярашлы ҡураларҙа тора, һыйырҙарҙың продуктлылығында ыңғай динамика күҙәтелә.

Хужалыҡта машина-трактор оҫтаханаһы, трактор гаражы бар, ағас бысыу машинаһы, ағас эшкәртеү цехы, үҙәк иген келәте, умарталыҡ, тирмән эшләй. Паркта 14 трактор, өс иген урыу һәм ике силос йыйыу комбайны, 4 йөк автомобиле һәм 4 еңел автомашина, бер үҙйөрөшлө КПС-5 сапҡысы бар. Һуңғы ваҡытта ике “Нива эффект” иген урыу комбайны, ДТ-75, ике МТЗ-82, пресс-йыйғыс, “Е-302” комбайны, бортлы УАЗ, аҙыҡ таратыу техникаһы һатып алынған.

Бөгөн хужалыҡта 57 кеше уңышлы хеҙмәт итә. Уларҙың күбеһе бөтә ғүмерен ауыл хужалығына арнаған, күп йыллыҡ һәм намыҫлы хеҙмәттәре өсөн Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәттәре тарафынан билдәләнгәндәр.

Тракторсы Салауат Латыповтың “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исеме бар. Ул һәм хужалыҡ иҡтисадсыһы Нәфисә Хәйретдинова Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгәндәр.

Директор Юрис Латыпов-ҡа, тракторсы Айрат Хәйретдиновҡа, бригадир Рифат Хәкимовҡа, малсы Наилә Хәйретдиноваға “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеме бирелгән. Ә һауынсы Лилиә Хәмиҙуллинаға, зоотехник Илһам Фәт-ҡуллинға, бухгалтер Зоя Хисамоваға Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының рәхмәт хаттары тапшы-рылған. Һауынсы Зәлифә Мөхәмәтйәнова Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.