Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
2 Август 2019, 14:01

Килемле эшләргә ынтылалар

Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары райондың аграр секторында ҙур өлөштө биләй. Иң уңышлы һәм ынтылышлы үҫешеүселәрҙең береһе – “Александр Попов” КФХ-һы. Ул 2011 йылда ойошторолған һәм әлегә ҡәҙәр уңышлы үҫешә, һыйыр малдары һаны – 26, ит етештереү 65 процентҡа арттырылған.

Александр Поповтың крәҫтиән (фермер) хужалығы һыйыр малдарының итле тоҡомдарын үҫтереүҙә һәм юғары сифатлы һыйыр ите етештереүҙә махсуслашҡан.

2018 йылда 27,6 тонна ит үҫтерелгән. Һимертеүҙәге һыйыр малдарының уртаса тәүлек артымы 578 грамм тәшкил иткән. Бөгөн хужалыҡта 134 баш “Лимузин” тоҡомло эре мал аҫрала, шул иҫәптән – 61 һауын һыйыры.

Ағымдағы йылдың 6 айында 9,5 тонна ит етештерелгән. 2,2 т мал һуйыуға тотонолған. Йыл башынан барлығы 27 баш тере быҙау алынған. Һимертеүҙәге һыйыр малдарының уртаса тәүлек артымы 614 грамм тәшкил иткән, был үткән йыл кимәленән 58 грамға күберәк.

“2013-2018 йылдарға Башҡортостан Республикаһында крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” программаһы буйынса алынған дәүләт ярҙамына хужалыҡ 2013 йылда 300 урынлыҡ мал һимертеү майҙаны төҙөгән һәм мал аҙығы культураларын йыйыусы “КСД-2.0 “Sterh” комбайны һатып алған.

Хужалыҡта 2400 га һөрөнтө ерҙәр, биш иген келәте бинаһы, машина-трактор оҫтаханаһы, һигеҙ трактор, ике иген йыйыу комбайны, өс йөк автомобиле, ауыл хужалығы машиналарының һәм ҡорамалдарының тулы комплекты бар.

Йыл һайын хужалыҡтың техник базаһы яңыртыла. Бөтә был техника хужалыҡтың шәхси аҡсаһына һатып алынған.

Иген культуралары араһында иң күп майҙанды – 360 гектарҙы яҙғы бойҙай биләй, арпа – 200, ҡарабойҙай – 250, ҡуҙаҡлылар – 230 гектарҙа, 100 гек- тарға техник культура – рапс сәсеү планлаштырыла. Мал аҙығы культуралары 300 гектарҙа сәселә.

“А. В. Попов” КФХ-һы элиталы орлоҡсолоҡ хужалығы булып иҫәпләнә. Ул беҙҙең зона өсөн перспективалы булған иген культуралары һәм үләндәр сортын етештереү һәм һатыу менән шөғөлләнә.

Хужалыҡ йыл һайын юғары производство күрһәткестәренә ирешә. Мәҫәлән, 2018 йылғы йом-ғаҡтар буйынса ул 1000 гектарға тиклем эшкәртелеүсе майҙаны булған ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре араһында районда беренсе урын алды.