Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
2 Август 2019, 17:04

Хужалыҡ нығына һәм үҫешә

“Аҡтау” йәмғиәте – районыбыҙҙың уңышлы үҫешкән ауыл хужалыҡтарының береһе. Илдар Ниғәмәт- йәновтың һөнәри оҫталығы, үҙ бурыстарын сифатлы һәм яуаплы башҡарыуы, маҡсатҡа ынтылыусанлығы һәм лидерлыҡ сифаттары һөҙөмтәһендә хужалыҡ ярайһы уҡ уңыштарға өлгәшә һәм райондың ғына түгел, республиканың үҫемлекселек өлкәһендә лайыҡлы урын биләй.


Бөгөн КФХ Абдулла, Оло Аҡа, Оло Ыҡтамаҡ, Ләмәҙтамаҡ, Әләгәҙ ауыл биләмәләре территорияларында урынлаш-ҡан 7000 гектар ер эшкәртә. “Аҡтау” йәмғиәте эшсәндәре эшкәртелмәй ятҡан ерҙәрҙе йылдың-йылы әйләнешкә индерә бара.

Быйыл ужым культуралары 70 гектар майҙанда сәселгән, яҙғы бойҙай – 1199 гектарҙа, арпа – 901 гектарҙа, ҡарабойҙай – 811 гектарҙа, борсаҡ – 1024 гектарҙа, гәрсис – 470 гектарҙа, кәрешкә – 468 гектарҙа, күп йыллыҡ үләндәр – 250 гектарҙа.

Бында орлоҡ фонды йыл һайын яңыртылып тора. Быйыл арпаның “Памяти Чепелева”, аҡ гәрсистең “Рапсодия” суперэлита сорттары тәү тапҡыр сәселде. Шулай уҡ хужалыҡ баҫыуҙарында борсаҡтың “Памяти Хангильдина”, арпаның “Саша” һәм бой-ҙайҙың “Архат”элита сорттары үҫә.

Яҡшы техника һәм ҡорамалдарһыҙ һөҙөмтәгә ирешеп булмауы асыҡ билдәле. Шуға күрә хужалыҡ заманса техника һатып алырға тырыша. Быйыл, мәҫәлән, Башҡортос-танда эшләп сығарылған 80 тоннаға иҫәпләнгән “Туран” электр үлсәүе һәм “Полесье-1210” иген комбайны алынған. Хужалыҡта шулай уҡ “Полесье” биш иген комбайны һәм бер “Нью Холланд”, К-744Р2 һәм К-744Р4 трактор-ҙары, ике сәсеү комплексы, үҙйөрөшлө “Кейс” сапҡысы, “Рубин 1500” сәсеүлектәргә һиптергесе, алты йөк машинаһы, ун тракторы бар. Һуңғы йылдарҙа ЗАВ-20 ашлыҡ кип-тереү һәм ашлыҡ таҙартыу комплексы, 5000 кв. м май-ҙанлы дүрт иген келәте төҙөлгән һәм файҙаланыуға тапшырылған.

Бөтә был ҡеүәтле техника белгестәрҙән улар менән идара итә белеү оҫталығы талап итә. Шуға күрә ауыл эшсәндәре квалификацияны арттырыу курстары үтеп тора. Райондың башҡа хужалыҡтары улар менән кәңәшләшә, ә механизаторҙар ҙур теләк менән тәжрибә һәм белемдәрен уртаҡлаша.

Ныҡышмалыҡтары һәм хеҙмәт һөйөүсәнлектәре һөҙөмтәһендә “Аҡтау” хеҙмәтсәндәре йыл һайын район һәм республика кимәлендә, федераль кимәлдә лә наградалар һәм почет грамоталарына лайыҡ була. 2018 йылғы “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” район конкурсының “Иң яҡшы комбайнсы” номинацияһында Дмитрий Петкин еңеүсе тип табылды, “Иң яҡшы ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе” номинацияһында – Илдар Ниғәмәтйәнов. Илдар Сәғит улы шулай уҡ Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хатына һәм Почет грамотаһына лайыҡ. Ауыл хужалығы предприятиеһы “Баш-ҡортостандың элита орлоҡтары” кооперативы ағзаһы булып тора һәм 2016, 2018 йылдарҙа “Мәсетле районының иң яҡшы хужалығы” Хөкүмәт наградаһы менән бүләкләнгән.

“Аҡтау” йәмғиәте ауылдың социаль һәм мәҙәни тормошонан бер ҡасан да ситтә ҡалмай һәм һәр ваҡыт Һабантуй, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” кеүек һәр төрлө саралар, Яңы йыл һәм башҡа байрамдарҙың бағыусыһы ролендә сығыш яһай.

Был хужалыҡ үҙенең шәхси уңышында ғына ҡыҙыҡ-һынмаған. Хужалыҡ хеҙмәтсәндәре бар көсөнә яҡташ тауар етештереүселәренә ярҙам итергә ынтыла. Уларға предприятие сәсеү һәм урып-йыйыу эштәре ваҡытында техника һәм эшсе көс менән ярҙам итә.