Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
2 Август 2019, 12:03

Бәрәкәтле Мәсетле ере ҡунаҡтарҙы сәләмләй!

6 августа районда “Баҫыу көнө-2019” зональ семинар-кәңәшмәһе үтә


Районда совет власы ҡатмарлы хәл-шарттарҙа урынлаша, ҡайһы саҡ ул фажиғәле ваҡиғалар менән аралашып бара. 1918 йылдың апрелендә Оло Ыҡтамаҡ ауылында Башҡортостанда беренсе тап-ҡыр һәм Рәсәйҙә тәүгеләрҙең береһе булып, Устикин хеҙмәт коммунаһын төҙөгән һәм бының өсөн ғүмерҙәре менән түләгән беренсе коммунарҙарҙың исемдәре онотолмаған. Ул алыҫ революция һәм граждандар һуғышынан һуң йөҙ йыл үткән, әммә коммунарҙар тураһындағы хәтирә бөгөн дә йәшәй.

1930 йылдың авгусында өс волостан яңы – Дыуан-Мәсетле, ә 1935 йылдан Мәсетле районы төҙөлгәс, тыуған яғыбыҙ икенсе һулыш ала. Район үҙәге – Оло Ыҡтамаҡ ауылы. Райондың тәүге ойоштороусыһы һәм етәксеһе Дыуан-Мәсетле ауылында тыуып-үҫкән Сабир Әхмәтйән улы Ваһапов була, бер ни тиклем йылдан һуң оҙаҡ ваҡыт ул БАССР Совнаркомы рәйесе һәм КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының Беренсе секретары булып эшләй. Шулай уҡ Сабир Әхмәтйән улы 112-се Башҡорт кавалерия девизияһының ойоштороу-сыһы була.

Мәсетле районының формалашыуы һәм үҫешеүе туранан-тура район хеҙмәтсәндәренең ныҡышмалылығы һәм хеҙмәте менән бәйләнгән. Йылдың-йылы ауыл хужалығы предприятиелары юғары һөҙөмтәләр һәм ҡаҙаныштар күрһәтә.

Һуғыш йылдары ауыр һынауға әйләнә. Тыуған илебеҙгә хәүеф-хәтәр ябырылғас, мәсетлеләр ҡулдарына ҡорал алып, уның һағына баҫа. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 6 мең самаһы яҡташыбыҙ яу яландарында һуғыша, шуларҙың 2 меңдән ашыуы тыуған илебеҙ азатлығы өсөн ғүмерен биргән. Күп һалдаттар һәм офицерҙар орден-миҙалдар менән наградланған, ә осоусы-штурмлаусы Ҡотдос Ҡәниф улы Латиповҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән. “Бейек Татр” партизандар отряды командиры Вафа Мос-тафа улы Әхмәҙуллин Чехословакияның юғары хөкүмәт наградаларына лайыҡ һәм ошо илдең почетлы гражданы булып тора. Иҫән ветерандарыбыҙ: Таиф Хәким улы Зарипов, Ләбип Атип улы Зарипов, Прасковья Афанасьевна Крючкова һәм Александр Федорович Топычканов тураһында ла оноторға ярамай. улар Еңеүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән!

Халыҡ һаны 2019 йылдың беренсе ғинуарына 49 ауылда (12 ауыл биләмәһе) 22368 кеше тәшкил итә. Районда 15 милләт вәкиле йәшәй, халыҡ һаны буйынса башҡорттар, татарҙар һәм урыҫтар өҫтөнлөк итә.

Халыҡ именлеге – урындағы власть эшмәкәрлегенең ҡаҡшамаҫ өҫтөнлөгө. Шуға күрә кешеләрҙең һаулығын һаҡлауға ҙур иғтибар бүленә, бының өсөн медицина хеҙмәттәре өлкәһен үҫтереүгә, шулай уҡ һаулыҡ йорттары эшмәкәрлегенә ярҙам ителә. Ҡуйы ҡарағайлығы һәм саф һауаһы менән Мәсетле районы ял итергә, сарыф ителгән йәшәү көстәрен тергеҙергә теләгән байтаҡ- тарҙы үҙенә тарта. Ике һаулыҡ йорто – “Ҡарағай” шифаханаһы һәм Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы булыуы менән район иң ҙур популярлыҡ алған, улар район һаулыҡ һаҡлау системаһының тажы һәм республика курорт системаһының ынйылары булып тора. Шулай уҡ үҙәк район дауаханаһы, өс ауыл табип амбулаторияһы һәм 27 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй.

Ата-бабалары традицияларын дауам итеп, мәсетлеләр, тыуған яҡтың социаль-иҡтисади үҫешенә лайыҡлы өлөш индереп, ныҡышмалылыҡ менән район тормошон яҡшырта. Уларҙың тырышлығы һөҙөмтәһендә район тормошонда яҡшы яҡҡа күп кенә үҙгәрештәр булып тора. 20-ләгән әһәмиәтле социаль проект бойомға ашырыла: Оло Ыҡтамаҡ ауылында 140 урынлыҡ балалар баҡсаһы, Ҡорғат ауылында күпер төҙөлә. 2018 йылдың йәйендә Кесе Ыҡтамаҡ ауылында “Уралстройкерамика” йәмғиәте – кирбес заводы асылды. Яңы Мөслим һәм Октябрьск ауылдарында ике модулле ФАП ғәмәлгә индерелде. Кесе Ыҡтамаҡ менән Түбәнге Бобинда тағы ла ике ФАП асыу планлаштырыла. Көньяҡ микрорайонында 4,8 км һыу үткәргес төҙөлдө, Оло Ыҡтамаҡ ауылының Көнсығыш микрорайонында газ кертеү проекты бойомға ашырылды һәм башҡалар. “Күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау” һәм “Башҡорт ихатаһы”, “Заманса ҡала мөхите булдырыу” программалары ярҙамында ауылдың тышҡы йөҙө яҡшыра.

Мәсетле районы мәғариф системаһын үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бүлә. Муниципаль белем биреү системаһы бөтә типтағы учреждениеларҙан тора: 24 дөйөм белем биреү мәктәптәрендә 2760 бала уҡый, 25 мәктәпкәсә учреждениела 1262 сабый тәрбиәләнә. Ике өҫтәмә белем биреү учреждениеһы бар: Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе. Һөнәри белем биреү учреждениелары селтәре исеменән талап ителгән эшсе профессиялары белгестәрен әҙерләүсе Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы филиалы эш итә.

Халыҡтың мәҙәни-рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн бөгөн районда 37 клуб учреждениеһы, 29 китапхана, балалар сәнғәт мәктәбе, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм ҡумыҙ музейы эшләй. 18 коллективҡа “халыҡ” һәм “өлгөлө” исемдәре бирелеүе мәсетлеләрҙең юғары башҡарыу оҫталығы тураһында һөйләй. Улар халыҡ-ара (“Ҡабырсаҡ” фольклор ансамбле, 1996 йыл, Венгрия), Рәсәй һәм республика конкурстары һәм фестивалдәре лауреаттары булған. “Әй ауазы” халыҡ-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы һәм “Мәсетле оҫтаханаһы” төбәк-ара конкурсы арҡаһында Мәсетле яғы илебеҙ сигенән алыҫта ла популяр булып китте. Райондың үҙ “Урал” телестудияһы бар һәм “Мәсетле тормошо” гәзите сыға.

Мәсетле районының төп байлығы – ул эшһөйәр, изгелекле, баҫалҡы һәм тыуған ергә тоғро кешеләре. Мәсетлеләр районда күп кенә һуғыш һәм хеҙмәт геройҙары, танылған артистар, спортсылар һәм шағирҙар, оҫта етәкселәр һәм белгестәр, ойоштороусылар һәм производство алдынғылары: Советтар Союзы Геройы Ҡ. Ҡ. Латипов, БР-ҙың дәүләт эшмәкәре, БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе Ф. З. Зәғәфүрәнов, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, танылған режиссер һәм академик Р. В. Исрафилов, башҡорт шағиры, Башҡорт АССР-ының Яҙыусылар берлеге ағзаһы Р. М. Әхтәри һәм башҡаларҙың тыуып үҫеүе менән ғорурлана.

6 августа “Аҡтау” йәмғиәтендә (директоры И. Ниғәмәтйәнов) республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары өсөн үтәсәк “баҫыу көнө-2019” семинар-кәңәшмәһе алдынан район тормошонда ауыл хужалығының ролен айырыуса билдәләп үтке килә.

Мәсетле районы элек-электән ауыл хужалығы районы булып иҫәпләнә. Ауыл хужалығы етештереүселәре иген һәм мал аҙығы культуралары, картуф, йәшелсә үҫтереүҙә, ит-һөт йүнәлешендәге мал, сусҡалар үрсетеүҙә махсуслаша.

Районда, айырыуса шәхси секторҙа, ҡортсолоҡ үҫешкән.

Әлеге ваҡытта муниципаль район территорияһында яуап-лылығы сикләнгән 8 йәмғиәт, 1 АПК, 100-ҙән ашыу крәҫтиән-фермер хужалығы, 2 шәхси эшҡыуар, 9 меңдән ашыу шәхси ярҙамсы хужалыҡ, 5 ҡулланыусылар кооперативы эшмәкәрлек алып бара.

Районда 495 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә. Бәләкәй предприятиеларҙа 2 меңдән ашыу кеше мәшғүл. Бөгөн районда бизнес өсөн дә уңайлы инвестиция климаты булдырылған. Район етәкселеге бизнестың эшсе урындар булдырыу буйынса тырышлығын юғары баһалай, йыл һайын эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә район бюджетынан 500-әр мең һум аҡса бүленә. Ауыл хужалығы министрлығы линияһы буйынса конкурслы һайлап алыуҙа еңеүсегә программалы саралар буйынса грант ярҙамы күрһәтелә: “Эш башлаусы фермерға ярҙам итеү” программаһын, килем килтереүсе проекттарҙы һәм “Агростартап” төбәк проектын бойомға ашырыу өсөн – 3 млн һум-ға тиклем күләмдә. Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереүгә 30 млн һумға тиклем һәм ҡулланыусылар кооперативының матди-техник базаһын үҫтереүгә 70 млн һумға тиклем. Шулай уҡ техника һәм ҡорамалдар, минераль ашламалар һәм һаҡлағыс саралар, юғары репродукциялы орлоҡтар һатып алыу-ға киткән сығымдар субсидиялар рәүешендә 50 процент күләмендә ҡаплана һәм үҫемлекселек өлкәһенә бәйле булмаған ярҙам күрһәтелә. Райондың етеш тормошо нигеҙҙә яҙғы баҫыу һәм урып-йыйыу эштәрендә нисек эшләүебеҙгә, ниндәй уңыш алыуыбыҙға һәм ауыл хужалығы продукцияһын нисек һатыуыбыҙға бәйләнгән. Тәбиғәт беҙгә бай ерҙәр бүләк иткән, баҫыуҙарҙа һәм фермалар-ҙа иген, ит, һөт һәм ауыл хужалығының башҡа продукцияһын етештереп, эшһөйәр кешеләр хеҙмәт итә. Йыл һайын республика бураһына 30 мең тоннанан ашыу иген уңышын беҙҙең район хужалыҡтары индерә. Төп өлөштө – иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының 56 процентын 28 ауыл хужалығы предприятиеһының 6-һы сәсә – улар “Ленинский” АПК-һы, “Аҡтау”, “Йондоҙ”, “Ҡыҙылбай”, “Батыр” йәмғиәттәре һәм “Үҙәк” МТС-ы филиалы. Быйыл 22541 га майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйып алаһы бар, шул иҫәптән яҙғы иген – 22471 га, шуларҙың 6839 гектары – яҙғы бойҙай, 4757 гектары – арпа, 3990 гектары – һоло, 2503 гектары – ҡарабойҙай, 3524 гектары – ҡуҙаҡлы иген, 70 гектары – ужым һәм 1420 гектары – техник культуралар. Дәүләттең ярҙам итеүенә ҡарамаҫтан, энергия сығанаҡтарына һәм ашламаларға хаҡтарҙың артыуы арҡаһында, Төньяҡ-Көнсығыш хужалыҡтарында хәл-торош ҡатмарлы килеш ҡала. Ә производствоны сикләү факторы булып кадрҙарҙың – эшселәрҙең, белгестәрҙең етешмәүе тора. Күрелгән саралар теләгән тиклем һөҙөмтәле түгел. Игенсе һәм малсы хеҙмәте сиктән тыш мөһим, шуға күрә ул лайыҡлы бүләкләнергә, барыһынан да элек ул эш хаҡында сағылырға тейеш. Әлеге йылдың 6 айында хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса айлыҡ эш хаҡы 14018 һум тәшкил итте, үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда үҫеш 8,2%.

Әлеге мәлгә хужалыҡтарҙа иген киптереү комплекстарын һәм келәттәрҙе ремонтлау тамамлана, улар яңы уңышты ҡабул итергә әҙер. Берлектәге ҡеүәте сәғәтенә 266 т иген эшкәртергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ иген йыйыу комбайндарын йүнәтеп бөтөп киләләр, 44 берәмектең 43-ө – тулы әҙерлектә, бынан тыш төрлө милекселәрҙең 5 берәмектән ашыу техникаһы йәлеп ителәсәк.

Орлоҡтар әҙерләүҙән тыш, ужым арышы сәсеү менән туңға һөрөү ҙә буласаҡ уңыштың нигеҙен тәшкил итә. 10 августа ужым культураларын сәсеүгә төшөү һәм уны сентябргә тиклем тамамлау планлаштырыла. 4145 га майҙанда (91%) пар баҫыуҙары эшкәртелгән. Ав- густа һәм сентябрҙә һауа торошо мөмкинлек бирһә, хужалыҡтарҙа ужым сәсеү 4,5 гектарҙан ашыу тәшкил итәсәк. Сәсеү эштәрендә 17 сәсеү агрегаты, шул иҫәптән 6 сәсеү комплексы эшкә ҡушыласаҡ. Бөгөнгә план буйынса 28,8 ц була тороп, бер шартлы баш малға 17,6 ц мал аҙығы берәмеге (61%) әҙерләнгән. Районда мал аҙығы әҙерләү дауам итә.