“Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативы территорияһында өс ауыл, ике комплекслы бригада урынлашҡан. Хужалыҡта эшселәр һаны – 171 кеше. Уртаса айлыҡ эш хаҡы 14122 һум тәшкил итә.
Предприятиеның производство йүнәлеше – үҫешкән иген хужалығы менән малсылыҡ.
Бөгөнгә кооперативтың дөйөм ер майҙаны 10622 га тәшкил итә. Бында 9361 га ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге һәм 7543 гектар һөрөнтө ерҙәр инә. Сәсеү майҙандары структураһында күп йыллыҡ үләндәр 1400 га, иген культуралары 4400 га тәшкил итә.
Хужалыҡ иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының элиталы орлоҡтары етештереү менән шөғөлләнә.
2018 йылда бөртөклөләрҙең уңышы гектарынан 15,3 ц булды. Йыл һайын 2500 т бесән, 15000 т силос һәм 4000 т һалам әҙерләнә. Бесән ике төрлө юл менән әҙерләнә: бер өлөшө яланда кәбәндәргә һалына, икенсе өлөшө бесән һаҡлағыстарға ташыла.
Түбәнге Бобин тоҡомсолоҡ комплексында 1700 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 700 һыйыр аҫрала. 2018 йылда тулайым һауым 4616 тонна, йәғни бер һыйырға 6595 кг тәшкил иткән. Ферма “Ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малын үрсетеү буйынса тоҡом репродукторы” статусына эйә һәм йыл һайын 150 баш тоҡомло тана һата.
Хужалыҡта 700 баш һыйыр малы һимертеүҙә тотола. Йылдың-йылы тәүлегенә 650-700 грамм артым менән 120-150 тонна ит әҙерләнә.
2300 баш сусҡа аҫралған ферма ла ҡаҙаныштары менән дан тота. Һимертеүҙә уртаса тәүлек артымы 530 г тәшкил итә, йыл һайын 180-200 т сусҡа ите һатыла.
Кооперативтың мал һуйыу, колбаса етештереү һәм ярымфабрикаттар әҙерләү цехтары, икмәкханаһы, ашханаһы эшләй. Ярҙамсы производстволар продукцияһы ике колхоз магазинында һәм Оло Ыҡтамаҡ ауылында фирма магазинында һатыла.
АПК-ның бөтә производство участкаларында ла ышаныслы намыҫлы хеҙмәтсәндәрҙең төп өлөшө формалашҡан, улар дөйөм эш өсөн янып йәшәй, бар көстәрен һәм тәжрибәләрен хужалыҡты үҫтереүгә бирә. Улар араһында – һауынсылар Гөл-һылыу Хәкимова, Татьяна Елисеева, механизаторҙар Сергей Гладких, Семен Георгиевских, водителдәр Владимир Худяков, Владимир Луканин һәм башҡалар.
Хужалыҡ йыл һайын район, республика кәңәшмәләрендә билдәләнә, бер нисә тапҡыр БР Хөкүмәте дипломдары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнгән, АПК хеҙмәтсәндәре исеменә БР Президентының Рәхмәт хаты алынған.
Техниканы яңыртмайынса хужалыҡтың динамикалы үҫешеүе мөмкин түгел. Һуңғы биш йылда “Бюллер” тракторы, сәсеү комплексы, “Алмаз-Р” дискылы тырмаһы, “Борго” урта тырмаһы, пресс-йыйғыстар, ике мал аҙығы таратҡыс, МТЗ-1221 тракторы өсөн һабан, КамАЗ-45143 автомобиле, “Дон-680” силосҡа урыу комбайны, ике “Полесье” иген йыйыу комбайны һатып алынған. 2015-2016 йылдарҙа Түбәнге Бобин ауылында тоҡомсолоҡ комплексы модернизацияланған (һыйыр аҙбарҙарына капиталь ремонт яһалған, аҙбар һәм һауыу ҡорамалдары алмаштырылған).
Һуңғы ун йыллыҡтың иҡтисади ҡыйынлыҡтарына ҡарамаҫтан, кооператив килемле эшләргә, хеҙмәт ҡаҙаныштарын, традицияларын һаҡларға һәм арттырырға ынтыла.