Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
26 Июль 2019, 15:06

Кооперативтың киләсәге өмөтлө

Республикала килем килтереүсе проекттар булдырыу – ауыл хужалығының өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Уларҙың асылы шунда: граждандарҙың (шәхси ярҙамсы хужалыҡ һәм КФХ хужаларының) үҙҙәренең инициативаһы һәм ҡушып финанслауы иҫәбенә эшләп, инициатор-ҙарға (һәм ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативына) өҫтәмә килем килтереүсе коллектив файҙаланыу объекты төҙөү.

Крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Ольга Йәрмөхәмәтова үҙенең дә фермер хужалығы булған улы Денис Йәрмөхәмәтов менән шундай интеграция булдырыу менән ҡыҙыҡһынып китә. Сөнки ауыл хужалығы ко-оперативы төҙөүҙең өҫтөнлөктәре күҙгә күренеп тора – ул производствоны арттырыу, үҙ продукцияңды үҙең эшкәртеү, һөҙөмтә булараҡ, өҫтәмә табыш алыу һәм шуның менән бергә үҙ аллы хужалыҡ булып ҡалыу мөмкинлеге.

Ольга Матвеевнаның фермер хужалығы тураһында беҙ яҙғайныҡ инде. Үҙ хужалығын ул 2013 йылда асҡан. Ул саҡта 25 баш һыйыр малы була, шуларҙың бишәүһе – һауын һыйыр-ҙары.

Бөгөн ул хужалығын киңәйткән – 85 баш һыйыр малы, шуларҙың 42-һе – һауын һыйырҙары. Ферма төҙөлә, ферма һәм мал аҙығы әҙерләү өсөн техника һатып алына. “Ғаилә малсылыҡ фермалары” программаһында ҡатнаша.

Төҙөлгән кооператив һөт етештереү һәм эшкәртеү йүнәлешендә эшләй. Йәрмөхәмәтовтарҙан тыш Һабанаҡ ауылының тағы ла өс КФХ һәм биш шәхси ярҙамсы хужалыҡ башлыҡтары кооператив ағзалары булып тора. Етештерелгән һөт һыуытыла һәм Мәсәғүт комбинатына тапшырыла.

– Беҙҙең ауыл хужалығы производство кооперативының пландарында һөттө эшкәртеүгә күсеү, – ти Ольга Матвеевна. – Бының өсөн үҙ көсөбөҙ менән тәүлегенә 1,5 тонна һөт эшкәртергә һәләтле мини-завод һатып алырға теләйбеҙ. Ҡулланыуға әҙер һәм ҡаптарға тултырылған һөт, ҡаймаҡ, эремсек һәм башҡа продукт сығасаҡ.

КФХ башлығы производствоһын диверсификациялау өҫтөндә лә эшләй. Оҙаҡламай бында бройлерҙар үҫ- терә башлаясаҡтар. Территорияла “СПРУТ-2” ике модулле контейнер: 1000 башҡа мини-ферма һәм ҡоштар һуйыу цехы ҡуйылған да инде. Сентябрҙә ҡош-ҡорт килтереләсәк һәм ферма үҙ эшен башлаясаҡ.