Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
24 Июль 2019, 13:05

Һауа торошо аграрийҙар өсөн ҡулай

Яуым-төшөмһөҙ йылы көндәрҙе районыбыҙҙың ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре түҙемһеҙлек менән оҙаҡ көттө, һәм бына, тәбиғәт уңайлы шарттар тыуҙырғанда, улар ҡиммәтле ваҡытты ҡулдан ысҡындырмай, мал аҙығы әҙерләп ҡалырға тырыша.


Механизатор Ғәйнетдин Ғилметдинов

һәм бригадир Рифат Хәкимов бесән әҙерләүҙә.


“Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәм-ғиәтендә һәр сәғәт алтын бәрәбәренә. План буйынса хеҙмәтсәндәр 1000 т бесән һәм 4480 т сенаж әҙерләргә тейеш.

Бының өсөн хужалыҡ баҫыуҙарында үҙйөрөшлө сапҡыс, пресс-йыйғыстар, бесән йыйғыстар һәм башҡа техника эшләй. Бригадир Рифат Хәкимов һүҙҙәренсә, механизаторҙар яҡшы темп алған – көнөнә 50 га. 22 июлгә 230 га йыйып алынған, был пландың 48,6 процентын тәшкил итә.

Бесән әҙерләүҙә Ғәйнетдин Ғилметдинов, Ринат Һөйәрғолов, Вәкил Шафиҡов, Ильяс Солтанов, Айрат Нафиҡов, Рәлиф Сафинуров бик тырышып хеҙмәт итә. Бесән ташыуҙа водителдәр Таһир һәм Ринат Закировтар, Вәғиз Шафиҡов, Радис Хәмиҙуллин, Азамат Хәлиловтар ҙа үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай.

Сенаж һалыу шулай уҡ яҡшы темптар менән бара: 166 га сабылған, 2000 т әҙерләнгән.

Һутлы мал аҙығын сифатлы һалыу туранан-тура тығыҙлау кимәленә бәйле. “Йондоҙ” йәмғиәтендә эштең был өлөшө өсөн Рифат Ханнанов менән Зәки Сәбиғиәров яуаплы.

– Йәшел масса быйыл былтырғыға ҡарағанда саҡ ҡына ҡайтышыраҡ, әлбиттә, – ти бригадир. – Әммә һәр кем мал аҙығы әҙерләгән ваҡытта технологик нормаларҙы үтәргә тырыша, шуға күрә, уның сифаты яҡшы булыр, тип уйлайбыҙ.

Хеҙмәтсәндәр көн оҙоно эшләй. Ҡиммәтле ваҡытты әрәм итмәҫ өсөн, эшселәргә төшкө һәм киске аштарҙы бригадир баҫыуҙарға үҙе ташый.