Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
22 Июль 2019, 15:04

Бал ҡорттары үлмәһен өсөн

Бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуы умартасыларҙы шаңҡытты. Ҡорттарҙың күпләп үлеү факты Баш-ҡортостандың бер нисә районында теркәлде.

Хәҙер умартасылар килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын эҙләй һәм зыян күләмен иҫәпләй. Улар фекеренсә, ҡорттарҙың һәләкәтенә ауыл хужалығы культуралары баҫыуҙарын, атап әйткәндә, рапсты пестицидтар менән эшкәртеү сәбәпсе булған.

Үлгән ҡорттар өлгөләре һәләкәткә килтергән тәғәйен химикатты асыҡлау өсөн бер нисә лабораторияға ебәрелгән. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты активистары күҙ аллауынса, Башҡортостанда баҫыуҙарҙы эшкәрткән ваҡытта химикат индереү регламентының боҙолған һәм уның хәүефлелек класы иҫәпкә алынмаған, йәиһә матдәнең концен-трацияһы дөрөҫ һайланмаған булыуы ихтимал. Ҡортсолар һәм аграрийҙар эшмәкәрлегенең яраштырылмағанлығы арҡаһында инцидент бындай күләмдә беренсе тапҡыр булды.

БР Ауыл хужалығы министрлығында ҡануниәттең ҡортсоларҙы умарталарҙы иҫәпкә ҡуйыу (“чипирование”) тураһында хәстәрлек күрергә бурыслы итеүен иҫкә төшөрәләр. Умарталыҡ ауыл биләмәһе хакимиәтендә һәм район ветеринария хеҙмәтендә теркәлгән булырға тейеш. Умарталыҡтың ветеринария-санитария паспорты, ер участкаһын йәки урман фонды ерҙәрен ҡуртымлау килешеүенең булыуы мотлаҡ. Умарталыҡ ойоштороу тураһында хужалыҡ етәксеһенә, хужалыҡ һәм райондың агрономия һәм ветеринария хеҙмәтенә, шулай уҡ ауыл биләмәһе хакимиәтенә ваҡытында хәбәр итергә кәрәк.

Хужалыҡтар тарафынан үҫемлек-тәрҙе эшкәртеү планлаштырылыуы тураһында иҫкәртелгәндән һуң ҡортсоларға умарталыҡты хәүефһеҙ урынға (5-7 км алыҫлыҡҡа) алып сығырға йәки бал ҡорттарын препарат класы менән билдәләнгән ваҡытҡа урында изоляцияларға кәрәк.

Йәмәғәт һәм шәхси умарталыҡтар ҡортсолары ҡорт күстәренең ауырыуы йәки һәләк булыуы тураһында кисекмәҫтән район ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итергә бурыслы.

Хужалыҡ итеүсе субъекттарға (ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә) умарталыҡтары пестицидтар менән эшкәртеү уҙғарыу урынынан 5-7 км радиуста урынлашҡан ҡортсоларҙы алдан мәғлүмәтләндерергә кәрәк.

Эшкәртеүҙәр уҙғарыу тураһында хәбәр итеү эшкәртерҙән алда өс көндән дә һуңға ҡалмайынса, датаһын һәм пестицидтың бал йыйыусы ҡорттар өсөн хәүеф класын күрһәтеп, киң мәғлүмәт саралары (радио, баҫма органдар, электрон саралар һәм халыҡҡа еткереүҙең башҡа ысулдары) аша бойомға ашырылырға тейеш.

Пестицидтар һәм агрохимикаттар менән хәүефһеҙ эш итеү өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтен боҙоуға юл ҡуйған шәхестәр яуаплылыҡҡа тарттырыла.