– Үлән, былтырғыға ҡарағанда, һыйығыраҡ, – тип һөйләй хужалыҡ башлығы Владимир Васильевич. – Мал аҙығы әҙерләү кампанияһы 20 июндә башланды, 20 тонна урап өлгөрҙөк. Әммә һауа торошо артабан эшләргә бирмәй.
Хужалыҡта күп йыллыҡ үләндәр- ҙе 200 гектарҙан сабып алырға кә- рәк. Бесән эшендә Николай Сидоров, Радис Хөпөтдинов, Руслан Мөхәмәтуллин, Сергей Власов эшләй.
Николай Иванович Сидоровтың бар хеҙмәт юлы ауыл хужалығы менән бәйләнгән. 22 йыл ул “Серп и молот” колхозында эшләгән, һуңғы 6 йылда – ошо хужалыҡта. Намыҫлы хеҙмәте өсөн лайыҡлы наградаларын да алған. Уларҙың береһе – Баш-ҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының почет грамотаһы.
– һауа торошо матур булып, техника боҙолоп китмәһә, көнөнә 120 рулон бесән урайым, – ти Николай Иванович.
Район буйынса бөтәһе 24 мең тоннанан ашыу сенаж һәм 17 тонна бесән әҙерләргә кәрәк.