Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
13 Июнь 2019, 12:08

Ни сәсһәң, шуны урырһың

Сәсеү кампанияһына йомғаҡ яһалды



Махсус комиссия составында район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов, Башҡортостан буйынса Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Мәсетле районы бүлеге баш агрономы Рафас Хәйретдинов, агрохимик Зинфира Хажиева, Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге һәм райондың ауыл-хужалығы предприятиелары белгестәре баҫыуҙарға сыҡты.

Бөгөн райондың барлыҡ категория хужалыҡтарында 42974 гектар ер эшкәртелгән. 2019 йылда Мәсетле районының ауыл хужалығы предприятиелары 24227 гектарҙа яҙғы сәсеү эштәре башҡарған. 2019 йыл уңышы өсөн 4800 гектарҙа ужым сәселгәйне, әммә һауа торошона бәйле был культура тулыһынса һәләк булды һәм район хужалыҡтарында уны яңынан сәсергә тура килде – 4013 гектарҙы биләне. Яҙғы иген культуралары 20678 гектарҙа сәселһә, мал аҙығы культуралары 14302 гектар майҙанды биләне. Шулай уҡ 2019 йылда 1420 гектарҙа рапс, етен, гәрсис ултыртҡандар.

Мал аҙығы культуралары структураһында 12677 гектарҙы күп йыллыҡ үләндәр тәшкил итте, шуның 50 проценты – күп йыллыҡ ҡуҙаҡлы үләндәр. Сәсеүгә бары тик төньяҡ урман-дала зонаһы өсөн Дәүләт реестрына индерелгән һәм мотлаҡ ағыу менән эшкәртелгән иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары алынды. Элита орлоҡтары өлөшө 26 процент тәшкил итте.

Барлыҡ сәсеүлектәрҙе ҡарап сығыу өсөн комиссия ағзаларына тотош көн талап ителде. Тикшереү барышында һәр ауыл хужалығы предприятиеһы эшмәкәрлегенә объектив баһа бирелде, төрлө технологиялар-ҙың өҫтөнлөктәре һәм етешһеҙлектәре тикшерелде. Минераль ашламалар ҡулланыуға, сәсеү нормаларының үтәлешенә, баҫыу юлдары һәм баҫыуҙарҙы һаҡлаусы урман һыҙаттары торошона айырыуса иғтибар бүленде.

Сәсеү кампанияһына һәм сәсеү майҙандарының эшкәртелеүенә йом-ғаҡ яһалды. Дөйөм алғанда, сәсеү сифатлы һәм ваҡытында башҡарылды. Сәсеүлектәргә ҡарата иҫкәрмәләр һәм кәңәштәр иғтибарға алынды. Шытымдарҙы ваҡытында тейешенсә тәрбиәләгәндә һәм һауа шарттары яҡшы булғанда хужалыҡтарҙың яҡшы уңышҡа өмөтө бар.

Комиссия эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә алдынғы хужалыҡтар билдәләнде. Уларҙың етәкселәре 15 июндә район Һабантуйында бүләкләнәсәк.