Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
11 Июнь 2019, 13:02

Мәсетле районына эш сәфәре менән Илшат Фәзрахманов килде

Районыбыҙҙа эш сәфәре менән республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов менән министр урынбаҫары Ирек Сураков булып китте.

Район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин һәм уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов менән бергә Өфө ҡунаҡтары август башында республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондары аграрийҙары ҡатнашлығында үтәсәк “Баҫыу көнө – 2019” зональ кәңәшмәһе урынына – “Аҡтау” йәмғиәтенә юлланды. Юғары етәкселәр әҙерлек эштәре барышы менән танышты. Хужалыҡта киләсәк ҡунаҡтарға күрһәтеү өсөн 97 төр культура: бойҙай, арпа, һоло, ҡарабойҙай, борсаҡ, етен, рапс, гәрсис, көнбағыш, судан үләне, кукуруз, картуф сәселгән. “Баҫыу көнө”ндә был культураларға һәр яҡлап баһа биреләсәк. Шулай уҡ төрлө ағыулы химикаттар, химик препараттар ҡулланыу буйынса тәжрибәләр яһаласаҡ. Башҡорт дәүләт аграр университеты белгестәре сорттарҙы һынау баҫыуҙарында сәсеү мәленән алып уңыш өлгөрөп бөткәнсе һәм уны йыйып алғансы фәнни яҡтан ярҙам күрһәтә. Семинарҙа республиканың төньяҡ-көнсығыш зонаһы ауыл хужалығы тауар етештереүселәре, техника, ашламалар, химик матдәләр менән тәьмин итеүселәр ҡатнашасаҡ. Шундай уҡ “Баҫыу көнө” республиканың Ғафури, Тәтешле, Йылайыр һәм Күгәрсен райондарында үтәсәк. Баш-ҡортостандың аграр секто-ры етәксеһе тәжрибә менән уртаҡлашыу өсөн күрше Свердловск өлкәһенән ҡунаҡтар саҡырырға тәҡдим итте. Дөйөм алғанда, сәсеүлектәрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң Илшат Илдус улы ҡәнәғәт ҡалды һәм зональ семинар өсөн урындың уңышлы һайланыуын белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, мәсетлеләр эштәрҙе ваҡытында башҡарып өлгөрә.

Ул шулай уҡ райондағы сәсеү барышы менән танышты. Райондың төп ауыл хужалығы ойошмаларының береһе – “Ленинский” кооперативында булды. Әйтергә кәрәк, хужалыҡтың сәсеү майҙаны ярайһы уҡ күләмле – 4455 гектар. Әлеге мәлдә бойҙай (1008 га), арпа (671 га), һоло (739 га), борсаҡ (274 га), кәрешкә (307 га), рапс (354 га), сурепица (90 га) сәселгән. Хужалыҡ быйыл яңы тракторлы булған. Илшат Фәзрахманов тәьҫораттар менән уртаҡлашты һәм хужалыҡта агротехник сараларҙың үтәлешенә яуаплы ҡарауҙарын, ауыл хужалығы эшсәндәренең яҡшы кәйефен баһаланы.

Делегация “Бобинский” кооперативының колбаса етештереү цехында ла булып китте. Ит ризыҡтарының ассортименты киң булыуы ҡыуандырҙы барыһын да. Бында ярым ыҫланған, бешерелгән колбасалар, һөт сосискалары, купаты, ыҫланған ит, ыҫлан-ған сало етештерәләр. Министр хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең сеймал ғына етештереп ҡалмай, унан әҙер продукция яһауҙарын ыңғай баһаланы.

Артабан делегация “Урарту” кооперативына юлланды. Унда сыр етештереү барышын күҙәттеләр. Предприятиела көнөнә биш тоннаға яҡын һөт етештерелә, һөҙөмтәлә 700 килограмм әҙер продукт сыға. Бында брынза, “Чечил”, “Чечил. Спагетти”, “Чечил. Косичка”, “Сулугуни”, “Моцарелла”, “Рикотта”, “Спагетти. Цветной” сырҙары етештерәләр. Продукт 2-3 ай өлгөрә, әммә камиллаштырыу өсөн тағы ла оҙағыраҡ тоторға кәрәк. Кооператив федераль программа буйынса матди-техник базаны үҫтереүгә һәм Башҡортостан Республикаһының килем килтереүсе проекттары буйынса гранттар алған. Ойошма етәксеһе Гагик Цолакович матди-техник базаны яңыртасағы, етештерелгән продукция ассортиментын киңәйтәсәге, әҙер продукцияны оҙатыуҙы һәм эш урындарын арттырасағы тураһында белдерҙе. Илшат Фәзрахманов сеймалды урындағы фермерҙарҙан һәм халыҡтан һатып алыуға бәйле юғары продуктлы һөтлө тоҡом малдар алырға тәҡдим итте. Район хакимиәтенә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ер һәм биналы булыуҙа ярҙам итергә ҡушты.

Илшат Фәзрахманов районда ауыл хужалығы тауар етештереүселәр кооперациялары булдырыу һәм үҫтереү өсөн шарттар булыуын билдәләне.