30 майға районда яҙғы сәсеү 79,6% майҙанда башҡарылған, был 16839 га тәшкил итә. Беҙҙең район сәсеүендә ҡатнашыусы ойошмаларҙың береһе – “Үҙәк” МТС-ы.
Планлаштырылған 913 гектарҙың 341-ендә яҙғы культуралар сәселгән, был – 37,3%. МТС хеҙмәтсәндәре тарафынан Мәсетле ерҙәрендә 332 га бойҙай, 221 га рапс сәсеү планлаштырылған.
– Беҙҙең предприятиела сәсеү штат режимында бара, – ти “Үҙәк МТС-ы”ның Дыуан филиалы директоры Роберт Вәлиев. – Бөгөнгә рапс сәсеү тамамланған (221 га), хәҙер хеҙмәтсәндәр бойҙай сәсеү менән мәшғүл.
Беҙ килеүгә бойҙай баҫыуында сәсеү комплексы менән трактор эшләй ине. Уның штурвалы артында трактор операторы Антон Резвухин үҙ бурыстарын оҫта башҡара. Орлоҡ ташыуҙа Марсель Сәфиуллин эшләй, агрегатты орлоҡ менән бригаданың йәш белгесе Алексей Ежков тултырып тора. Күрше баҫыуҙа оператор Владислав Петрожицкий тупраҡтың өҫкө ҡатламын йомшартыу менән шөғөлләнә.
Әйтергә кәрәк, баҫыуҙарға заманса техника йәлеп ителгән, улар менән тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр идара итә. Был иң аҙ ваҡыт һәм көс сарыф итеп, нәтижәле эшләргә мөмкинлек бирә.
Тотороҡланған аяҙ көндәрҙе мөмкин тиклем файҙаланып ҡалыу өсөн, хеҙмәтсәндәр баҫыуҙа тәүлек әйләнәһенә эшләй. Уңайлылыҡ өсөн иртәнге, төшкө һәм киске аштарҙы баҫыу-ға килтереү ойошторолған.
Быйыл республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары өсөн “Баҫыу көнө-2019” зональ семинар-кәңәшмәһе Мәсетле районында үтәсәк. Кәңәшмәгә әҙерлек барышында “Аҡтау” йәмғиәтендә иртә яҙғы культуралар сәселгәйне. БР Ауыл хужалығы министрлығы һәм БДАУ вәкилдәре менән берлектә һуң өлгөрә торған яҙғы культуралар: кукуруз, көнбағыш, ҡарабойҙай, картуф, судан үләненең төрлө сорттары сәселде. Мәҫәлән, ҡарабойҙайҙың “Светлана”, “Инзерская”, “Башкирская красностебельная”, “Ағиҙел”, “Землячка”.