Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
17 Май 2019, 13:04

Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә өлгөрөргә

Ауыл эшсәндәре өсөн байрам һәм ял юҡ. Майҙың тәүге көндәренән үк районда сәсеү кампанияһы башланды.


Рапс баҫыуында (һулдан уңға): сәсеүселәр Андрей Попцов менән Валерий Чертов,

тракторсы Александр Федорков, орлоҡ ташыусы водитель Рифат Яныбаев һәм агроном Николай Запольских.

Айҙың тәүге яртыһында көндәр үтә эҫе торҙо. Бындай ваҡытта игенселәр тупраҡта дым бөтмәҫ элек, тиҙерәк эшләп ҡалырға ашыға. Һәр көн ҡәҙерле улар өсөн.

16 майға ҡарата райондың ауыл хужалығы эшсәндәре планлаштырылған майҙандың 58,7 процентында, йәғни 12402 гектарҙа яҙғы сәсеү эштәрен башҡарған.

“Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативында сәсеүгә 1 майҙа сыҡтылар.

– Сәсеү майҙандары күләме үҙгәрешһеҙ ҡалды: 4455 гектарҙа сәсергә йыйынабыҙ, – ти “Ленинский” АПК-һының баш агрономы Николай Запольских. – Бөгөн 2649 гектарға сәселгән, был планлаштырылғандың 59,5 процентын тәшкил итә. 896 гектарҙа бойҙай сәстек (74%), 669 гектарҙа – һоло (91%), 207 гектарҙа – кәрешкә (67%), 757 гектарҙа – бер йыллыҡ үләндәр.

“Ленинский” АПК-һы ҡышын бик яҡшы йәшел аҙыҡ булып торған, һыйыр малдарының рационын яҡшырт-ҡан һәм һауымдың артыуына килтергән культура – сурепицаны быйыл да ултыртасаҡ.

Ике бригада механизаторҙар көн һайын ҡояштың тәүге нурҙары менән баҫыуҙарға сыға һәм ҡараңғы төшкәнсе эшләй. Техника ла ватылмай тормай, әлбиттә, әммә уларҙы тиҙ арала ремонтлап алырға тырышалар. Тракторҙар һәм йөк машиналарынан тыш баҫыуҙарға сәсеү комплексы ла сығарылған, ул бер юлы бер нисә функция башҡара. Бер үткәндә ул тупраҡты эшкәртә, тигеҙләй, сәсә, күмә. Был иһә эште еңеләйтә һәм яғыулыҡ аҙыраҡ тотонола.

Рапс сәсеүселәр эш барышы тураһында һөйләне:

– Сәсеү штат режимында бара. Быйыл көндәрҙең ҡоро тороуы сәбәпле тупраҡта дымдың аҙ булыуы ғына борсоуға һала. Ә шулай ҙа, ямғырҙар беҙҙең районға килеп етер һәм ҡара ергә төшкән орлоҡтар шытып сығып, яҡшы уңыш бирер, тип ышанабыҙ.

Баҫыу эшсәндәре сәсеү мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамланһын өсөн бар көсөн һала.


Шул уҡ ваҡытта

Комиссия ултырышында тәүге календарь 10 көндә яҙғы баҫыу эштәре йомғаҡтары буйынса конкурс еңеүселәрен билдәләне:

яҙғы һөрөү буйынса – Радис Хәмиҙуллин, “Йондоҙ” ЯСЙ-һы (Т-150К тракторында (КПЭ-3.8) 220 гектар ер һөргән);

иген сәсеү буйынса – Салауат Латипов, “Йондоҙ” ЯСЙ-һы (К-701А (Кузбасс сәсеү комплексында) 163 гектар сәскән);

дым ҡаплатыуҙа һәм ужым тырматыу-ҙа – Рәиф Хажиев, “Йондоҙ” ЯСЙ-һы (ДТ-75-тә (БЗТС-1 агрегаты) 393 гектар ер тырматҡан).