Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
16 Май 2019, 11:05

Һабанда һайрашыр мәл

Яуым-төшөмһөҙ йылы көндәр урынлашыу менән ауыл хужалығы предприятиелары эшсәндәре һәм фермерҙар сәсеү эштәренә төштө. Районда яҙғы культуралар 8038 гектарҙа сәселгән. Был планлаштырылған күләмдең 38,6 процентын тәшкил итә. Тәүгеләрҙән булып сәсеүгә “Ленинский”, “Батыр”, “Аҡтау” йәмғиәттәре төштө.


Сәсеү комплексы менән “Кировец” тракторы механизаторы Дмитрий Петкин (һулда) һәм орлоҡ ташыусы “Урал”

водителе Ринат Бәҙретдинов борсаҡ сәсеү эштәрендә.
“Аҡтау” йәмғиәте директоры Илдар Ниғәмәтйәновтың әйтеүенсә, хужалыҡта 4000 гектарҙа яҙғы культуралар, шул иҫәптән 3530 гектар иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары: 907 гектар бойҙай, 580 гектар арпа, 243 гектар һоло, 811 гектар ҡарабойҙай, 774 гектар борсаҡ, 212 гектар кәрешкә, 470 гектар ерҙә гәрсис сәсеү планлаштырылған.

Сәсеү эштәренә 12 берәмек техника: сәсеү комплекстары менән 2 “Кировец” тракторы, Т-150, К-700, ДТ тракторҙары, тағылмаһы менән 4 КамАЗ йәлеп ителгән. Бынан тыш, баҫыуҙарға ашлама индереү өсөн “Урал” манипуляторы һәм “Рубин” һиптергесе эшләй.

– Бөгөн егермеләгән хужалыҡ эшсәне борсаҡ һәм гәрсис сәсә, – ти Илдар Сәғит улы. – Һауа торошо матур тора, ямғырҙар башланмаҫ элек күберәк эшләп ҡалырға тырышабыҙ.

13 майға ҡарата хужалыҡта яҙғы сәсеүҙең 53 проценты башҡарылған. Бер юлы ағыулау эштәре лә алып барыла – планлаштырылғандың 69 проценты үтәлгән. Күп йыллыҡ үләндәрҙе һәм ужым культураларын тырматыуҙы тамамлағандар.


Әйткәндәй

Яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһау, хеҙмәткә яуаплы мөнәсәбәтте пропагандалау, эштең һөҙөмтәлелеген күтәреү, ауыл хужалығы тармағы һөнәрҙәренең абруйын арттырыу маҡсатында Мәсетле районы хакимиәте ҡарары менән сәсеү комплекстары, агрегаттары операторҙары һәм механизаторҙар араһында 2019 йылғы яҙғы баҫыу эштәре буйынса район конкурсы иғлан ителгән.

Конкурс комиссияһы составы раҫлан-ған. Улар еңеүселәрҙе сәсеүлек майҙандары, һөрөлгән һәм тырматылған май-ҙандарҙың дөйөм күләменән сығып билдәләйәсәк.

1 майҙан башлап сәсеү тамамланғансы һәр 10 календарь көн һайын йомғаҡ эшләп барыласаҡ. Улар нигеҙендә район Һабантуй байрамында һуңғы йомғаҡ яһаласаҡ.