Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
23 Апрель 2019, 14:09

Сәсеү – яуаплы миҙгел

Район игенселәренә 39109 гектарҙа сәсәһе бар


Уның эшендә район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов, Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Владимир Филимонов, Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге БР буйынса идаралығының Мәсетле районындағы төп агрономы Рафас Хәйретдинов, мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре, район ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре, агрономдары, инженерҙары ҡатнашты.

2019 йылғы яҙғы баҫыу эштәрен ойошҡанлы уҙғарыуға әҙерлек барышы һәм бурыстар тураһында һөйләгәндә, Вадим Рәис улы республикала сәсеү кампанияһы башланды ла инде, тине. Һигеҙ районда яҙғы культураларҙы сәсеүгә төшкәндәр. Мәсетле районында баҫыуҙарға беренсе булып “Йондоҙ” йәмғиәте хеҙмәтсәндәре сыҡты һәм 150 гектарҙа күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматты, был дөйөм майҙандың 20 процентын тәшкил итә.

Райондың бөтә төр формалағы ауыл хужалығы предприятиеларына 22607 га иген культуралары сәсәһе бар, шулар-ҙың 17807 гектары – яҙғы, 4300 га – ужым иген культуралары. Техник культураларҙы арттырыу планлаштырыла. Рапс (1048 га), сурепка – тиле шалҡан (90 га), гәрсис (300 га) һәм майлы етен (389 га) сәсеү планлаштырылған.

Яҙғы баҫыу эштәрендә 37 хужалыҡ ҡатнашасаҡ, шул иҫәптән иген һәм техник культуралар сәсеүсе 7 ауыл хужалығы предприятиеһы һәм 30 КФХ.

Мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш агроном-консультанты Салауат Зәбихуллиндың һүҙҙәренсә, хужалыҡтарҙа булған 4018 тонна орлоҡ сифат күр- һәткестәре буйынса Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге филиалы белгестәре тарафынан тикшерелде, был 100 процентты тәшкил итә. Сорт яңыртыу һәм орлоҡтарҙың сорттарын алмаштырыуға ярашлы, предприятиелар 846 тонна суперэлиталы һәм элиталы орлоҡтар һатып алыуҙы планлаштыра.

Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш инженер-консультанты Ирек Батталов сәсеү эштәренә 145 берәмек трактор, 35 сәсеү агрегаты, 6 сәсеү комплексы, 39 яҙғы эшкәртеү агрегаты йәлеп ителәсәк, тип билдәләне. Кәрәк бул-ғанда “Үҙәк” МТС-ының Дыуан филиалы техникаһы йәлеп ителәсәк.

Үткән йылдарҙағы кеүек, яҙғы баҫыу эштәрен уҙғарғанда аграрийҙар субсидиялар һәм программалар рәүешендә дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала. Владимир Филимоновтың һүҙҙәренсә, дәүләт ярҙамы сидератлы парҙарға ҡаралған, шулай уҡ органик ашламалар индереүгә, эзбизләүгә сығымдарҙы ҡайтарыр- ға мөмкин. Быйыл культура-техник эштәргә сығымдарҙы ҡаплау ҡаралған.

Конференция “Батыр” йәмғиәте май-ҙансығында сәсеү эштәренә әҙерләнгән ауыл хужалығы техникаһын ҡарау менән тамамланды.