Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
10 Апрель 2019, 11:04

Яҙ ашыҡтыра

Ауыл эшсәндәре өсөн йәнә ҡыҙыу осор етте: көндәр ярайһы уҡ йылытты, ҡар кәмегәндән кәмей. Барыһы ла яҙғы баҫыу эштәре яҡынлашыуға ишара.


Һулдан уңға: тракторсы Сергей Власовец, келәт хеҙмәткәрҙәре

Татьяна Ярославцева һәм Светлана Лесонен, келәт мөдире Алла Булатова.


Александр Поповтың крәҫтиән (фермер) хужалығында сәсеүгә әүҙем әҙерлек эштәре алып барыла. Хужалыҡтың идара итеүсеһе Радик Мөхәмәтовтың әйтеүенсә, сезонлы эштәргә алты трактор, ике сәскес, һәм сәсеү комплексы йәлеп итергә йыйыналар. Бар ауыл хужалығы техникаһы ныҡлы әҙерләнгән, бары тырмаларҙы бер аҙ ремонтлап алырға кәрәк.

– Хужалыҡ орлоҡтар менән тулыһынса тәьмин ителгән, – тип аңлата идара итеүсе. – Әлеге мәлдә эшселәр келәттә гәрсис орлоғон таҙарта. Арпа орлоғо килтереүҙәрен көтәбеҙ. Эшселәр етәрлек, әммә өҫтәмә көс талап ителһә, йәлеп итәсәкбеҙ.

Баҫыуға ҡасан сығырыбыҙҙы әле алдан әйтеп булмай. Ауыл хеҙмәтсәндәре сәсеү осоро һуңға ҡалмай, ваҡытында етер тип өмөтләнә.


ШУЛ УҠ ВАҠЫТТА

“Ленинский” АПК-һында трактор паркының бер өлөшөн техник тикшереүгә әҙерләгәндәр.

Хужалыҡта ике комплекслы бригада бар, уларҙа 48 берәмек техника иҫәпләнә. Дәүләт техник күҙәтеүенең Мәсетле районы буйынса инспекцияһы уларҙы ентекле тикшерҙе. Техника әллә ни яңы булмаһа ла, инженерия-техник хеҙмәт, механизаторҙар һәм машина-трактор оҫтаханаһы эшсәндәре көсө менән ул яҡшы итеп әҙерләнгән. Осраған етеш-һеҙлектәр шунда уҡ бөтөрөлөп барҙы.

АПК идараһы тракторҙарҙы техник тикшереүгә сифатлы әҙерләгән өсөн матди дәртләндереү сараһы раҫлаған. Еңеүселәр: беренсе урын – Рәмис Шафиҡов, Илшат Моратов, икенсе – Артем Прудыус һәм Таһир Хәлилов, өсөнсө – Василий Полеготченков менән Сергей Обвинцев.