Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
2 Апрель 2019, 12:03

Ни сәсһәң…

Сәсер алдынан орлоҡтарҙы тикшерергә кәрәк

Әлеге ваҡытта ғәмәлдәге хоҡуҡи сиктәр дәүләт менән хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре характерын һиҙелерлек үҙгәртте һәм ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә ҡарата ҙур ҡануни лояллек арҡаһында орлоҡсолоҡ өлкәһендә бик үк яҡшы сағылманы. Контролләүсе орган булараҡ, Россельхоз-надзор 294-ФЗ һанлы Федераль закон менән сикләнгән, ул тикшереүҙәрҙе өс йылға бер тап-ҡырҙан да йышыраҡ уҙғармауҙы күҙ уңында тота. Шуның менән бергә бөтә ауыл хужалығы та-уар етештереүселәре лә сәсеү башланыр алдынан тикшерелмәй. Шул уҡ ваҡытта “Башкирский референтный центр Россельхознадзора” һәм “Россельхозцентр”ҙың БР-ҙағы филиалы кеүек ойошмалар асылда хужалыҡтарға үҙ орлоҡтарын тикшереү бурысын йөкмәтә алмай, сөнки улар дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү сиктәрендә фәҡәт хужалыҡтар биргән заявкалар буйынса ғына орлоҡтарҙың сәсеү һәм сорт сифаттарына һынау үткәрә. Орлоҡ материалдарының артабанғы әйләнешендә (фасовкалағанда, транспортировкалағанда, һатҡанда, һаҡлағанда, файҙаланғанда) уның сифат характеристикалары өсөн туранан-тура хужалыҡ итеүсе субъекттар яуап бирә. Орлоҡтарҙы сәсеү өсөн ҡулланыусы ауыл хужалығы тауар етештереүсеһе алдан уларҙың сорт һәм сәсеү сифаттарын тикшерергә бурыслы, ә был йыш ҡына үтәлмәй һәм уңышты юғалтыуға килтерә.

Россельхознадзорҙың Баш- ҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы йыл һайын контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге барышында асыҡланған боҙоу- ҙарға мониторинг үткәрә. Орлоҡтарҙы һаҡлау һәм уларҙы сорт һәм сәсеү сифаттарын раҫлаусы документтарҙан башҡа ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу төп боҙоу булып килде һәм булып ҡала. Шуның менән бергә, әйтергә кәрәк, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәренең күпселеге “Орлоҡсолоҡ тураһында” Федераль закон талаптары тураһында беренсе тап-ҡыр ишетә, уларҙың фекеренсә, иң мөһиме, орлоҡ булһын, ҡал-ғаны инде үҙенән-үҙе үҫәсәк. Ә бит орлоҡ сифаттарының төп күрһәткестәрен белеп, орлоҡто сәсеү нормаһын көйләргә, шуның менән уңыш йыйыу ваҡытына оптималь күләмдә продуктив һабаҡтар алыуға ирешергә мөмкин.

Орлоҡтарҙың етешмәү мөмкинлеген һәм уларҙы башҡа субъекттарҙан индерелеү ихтималлығын иҫәпкә алып, уларҙың сорт һәм сәсеү сифаттарын раҫлаусы документтары булырға тейешлеген дә иҫтә тоторға кәрәк. Әйтергә кәрәк, әлеге ваҡытта “Орлоҡсолоҡ тураһында” законындағы (242-ФЗ һәм 248-ФЗ һанлы Федераль закондар редакцияһында) үҙгәрештәр менән бәйле орлоҡ партияларының ярашлылығын раҫлау ғариза биреүсе менән сертификация буйынса органдар араһындағы килешеү мөнәсәбәттәрен гражданлыҡ-хоҡуҡи көйләү сиктәрендә тик ғариза биреүсе инициативаһы буйынса (ирекле) ғына бойомға ашырыла. Йәғни, әгәр ғариза биреүсе орлоҡтарын ирекле сертификация аша раҫлаһа, ул саҡта улар ярашлылыҡ сертификаты һәм сортына ярашлылыҡ сертификаты менән тәьмин ителгән булырға тейеш. Башҡа осраҡта ауыл хужалығы үҫемлектәре орлоҡтары партияларын һатыу түбәндәге шарттар- ҙа рөхсәт ителә: а) сорт Дәүләт реестрына индерелгән; б) орлоҡтарҙың, сорт сифаттарын раҫлаусы документ булараҡ, апробация акты бар; в) орлоҡтарҙың сәсеү сифатын раҫлаусы һынау протоколы бар. Шуның менән бергә орлоҡтарҙың сорт һәм сәсеү сифаттары ауыл хужалығы үҫемлектәре орлоҡсолоғо өлкәһендә норматив документтар талаптарына тап килергә тейеш.

Күпселек эксперттарҙың баһалауынса, Рәсәй баҙары сифат-һыҙ продукция менән шығырым тулған. Законһыҙ әйләнештә билдәһеҙ сығышлы, сәсеү сифаттары шикле, кондицияһыҙ орлоҡтар йөрөй. Шул сәбәпле илебеҙҙең орлоҡсолоғо илдең аҙыҡ-түлек именлеге өсөн юғары хәүеф зонаһы булып иҫәпләнә. Унан тыш, Бөтөн донъя сауҙа ойошмаһына рәсми рәүештә ингән Рәсәй орлоҡтар-ҙың сит илдәрҙән, осһоҙ сорттарын индереүҙе тыя алмаясаҡ һәм артабан улар үҙ илебеҙҙең орлоҡ материалын баҙарҙан ҡыҫырыҡлып сығарасаҡ. Ошо хәүефтәрҙе кәметеү өсөн, әле бөгөн үк был тармаҡта конкуренцияға һәләтле булыр өсөн әлеге өлкәлә эффектлы дәүләт идаралығы инструменттары талап ителә. Килеп тыуған хәл-шарттар маҡсатлы төбәк селекция-орлоҡсолоҡ сәйәсәте талап итә.

Эмиль БИКТИМЕРОВ,

Рәсәй ауыл хужалығы

күҙәтеүе дәүләт инспекторы.