Һулдан уңға: кооператив рәйесе Алена Елисеева,
цех хеҙмәткәрҙәре Зәлиә Нафиҡова менән Гөлгенә Хәсәнова.
Мәсетле районында яңынан-яңы ауыл хужалығы кооперативтарының барлыҡҡа килеүе – халыҡтың берекмәнең мөһимлеген һәм отошло булыуын аңлау күрһәткесе. Бөгөн районда биш кооператив бар.
“Бобинский” ҡулланыусылар ауыл хужалығы эшкәртеү кооперативы үҙенең эшен былтыр октябрҙә “Ленинский” АПК-һы нигеҙендә башлаған. Кооперативтың эше тураһында уның рәйесе Алена Елисеева һөйләй:
– Цехтың эше ит эшкәртеүгә йүнәлтелгән. Беҙ ярым ыҫланған колбаса, купаты, шашлыҡ, ыҫланған ит һәм сало етештерәбеҙ. Дүрт ай эсендә хеҙмәткәр-ҙәр тарафынан ете тонна сусҡа һәм һыйыр ите эшкәртелгән, ә уларҙы беҙ “Ленинский” АПК-һынан һатып алабыҙ. Ноябрҙән кооператив цехы биш тоннанан ашыу ит изделиелары етештергән.
Урында әҙерләп сығарылған ит продукцияһы АПК-ның сауҙа нөктәләре аша һатыла.
Үткән йыл кооперативҡа район бюджетынан 50 мең һум күләмендә ярҙам күрһәтелде. Ул средстволарға фаршты бутау өсөн куттер һәм вакуумлы шприц һатып алғандар. Яңы ҡорамалдар бешерелгән колбаса һәм сосискалар етештерергә мөмкинлек бирәсәк. Әлегә был процесс һынап ҡарау стадияһында. Ләкин оҙаҡламай продукцияның был төр-ҙәре лә магазин прилавкаларында барлыҡҡа киләсәк.
Кооператив рәйесенең әйтеүенсә, быйыл улар килем килтереүсе проекттарҙа ҡатнашып, ҡорамалдарын яңыртыуҙы планлаштыра.
Мәсетле районы хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формалары менән эшләү һәм субсидиялар, гранттар йәлеп итеү буйынса республикала икенсе урын биләй. 2012 йылдан 38 крәҫтиән (фермер) хужалығы 98 млн һумдан ашыу ярҙам алған. Уларҙың һәр береһенә 2,5 млн һум самаһы тура килә.
Былтыр “Эш башлаусы фермер” программаһында КФХ башлығы Гөлназ Әхйәмова, “Ғаилә малсылыҡ ферма-лары”– КФХ башлыҡтары Ольга Йәрмөхәмәтова һәм Адис Ғәлимов ҡат- нашты.
Үткән йылдан Башҡортостанда ярҙамсы хужалыҡтарҙы һәм башҡа тауар етештереүселәрҙе ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына берләштереү инициативаһына нигеҙләнгән килем килтереүсе проекттарҙы үҫтереү буйынса яңы программа старт алды. Шул рәүешле 118 яңы кооператив төҙөлдө, был республикаға әлеге күр-һәткес буйынса Рәсәйҙә лидер булырға мөмкинлек бирҙе. Улар барыһы ла 300 млн һум дөйөм суммаға грант ярҙамы алды. Мәсетле районынан килем килтереүсе проекттарҙа ҡатнашыусылар: “УРАРТУ”, “Хафиз”, “Таң”, “Урал” һәм “Бобинский” ауыл хужалығы производство кооперативтары.