Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
27 Март 2019, 12:06

Мең йыллыҡ тәжрибәгә һәм заманса технологияларға таянып

Республикала умартасылыҡты үҫтереү өсөн күп эштәр башҡарыла


Мәсетле районы делегаттары.


47-се халыҡ-ара “Апимондия” конгресына әҙерлек маҡсатында 16 һәм 17 мартта Өфөлә умартасыларҙың республикала тәүге съезы үтте.

Был сарала Татарстан Республикаһынан, Пермь крайынан, Ырымбур өлкәһенән һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән умартасылыҡ өлкәһендәге төп ғалим-умартасылар ҡатнашты. Мәсетле районынан умартасылар Руслан Мөхәмәтйәнов (Яңы Мишәр ауылы), Энгельс Ғәлиәкбәров (Һабанаҡ), Булат Шәмсиәров (Һөләймән), Әхмәтнур Хафизов(Ҡотош) һәм Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш зоотехнигы-консультант Евгений Минко ҡатнашты.

Әхмәтнур Әбүбәкер улы сәфәрҙән алып ҡайтҡан тәьҫораттары менән уртаҡлашты:

“Был съезда 2021 йылда Өфөлә үтәсәк 47-се халыҡ-ара “Апимондия” конгресына әҙерләнеү маҡсатында республика умартасылары алдында торған бурыстар ҡаралды. Заманса умартасылыҡ был өлкәлә донъя фәнен һәм башҡарыу техникаһын үҫтереү үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып үҫешә. Умартасылыҡ эшен үҫтереүҙә Европа, Азия, Америка илдәре умартасылары менән һәр яҡлы бәйләнештәр, идеялар, фән һәм тәжрибә ҡаҙаныштары менән уртаҡлашыуҙар ҙур роль уйнай. Биология, химия һәм медициналағы яңы асыштар бал ҡорттарын һәм уларҙан алынған продукттарҙы өйрәнеү әле тамамланмауын күрһәтә.

Шул уҡ ваҡытта күп һорау-ҙар тыуа. Мәҫәлән, ялған бал етештереү. Илебеҙҙең ҡайһы бер төбәктәрендә ялған продукция күләме 80 процентҡа тиклем етә. Кооперативтар төҙөү, һатып алыусы менән етештереүсе араһында алып- һатарҙарҙың эш итеүенә юл ҡуймау, бал ҡорттары күстәрен идентификациялау был проблемаларҙы хәл итергә мөмкинлек бирер ине.

47-се халыҡ-ара “Апимондия” конгресында ҡатнашасаҡ ҡунаҡтарға күрһәтер ҡаҙаныштарыбыҙ күп. Башҡорт-останда умартасылыҡ менән борондан шөғөлләнәләр. Уның тарихи тамырҙары тәрән, меңәр йыллыҡ тәжрибәһе һәм традициялары бар. Башҡорт балы һәм бал ҡорто электән үк республикабыҙ символы булып иҫәпләнде.

Эйе, беҙҙә умартасылыҡты һөҙөмтәле үҫтереү өсөн бөтә шарттар: бал йыйыу өсөн бай тәбиғи үҫемлектәр донъяһы, бал ҡорттарының уникаль тоҡомо, умартасыларҙың оҫталығы, квалификациялы кадр-ҙар әҙерләү өсөн мәғариф учреждениелары, умартасылар өсөн сифатлы инвентарь әҙерләү буйынса предприятиелар бар.

Халыҡ-ара “Апимондия” конгресы уҙғарыу республикабыҙҙа һәм, шул иҫәптән, районыбыҙҙа умартасылыҡты үҫтереү өсөн яңы импульс буласаҡ”.