Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
25 Март 2019, 18:05

Малсылар өсөн яуаплы мәл

“Йондоҙ” хужалығында малдарҙы ҡышлатыу план буйынса бара


Һулдан уңға: ферма мөдире Наил Ғәлимов,

мал ҡараусылар Фарис Фәйзуллин һәм Илшат Ғайсин.



Ауыл хужалығында һәр осор яуап-лы. Ҡыш механизаторҙар бер аҙ тын алып ҡалһа, малсылар өсөн ул – мәшәҡәтле осор. Малдарҙы имен ҡышлатып сығарыу йәй хужалыҡтарҙың нисек әҙерләнеүен күрһәтә.

Ферма мөдире Наил Ғәлимовтың әйтеүенсә, “Йондоҙ” хужалығында малдарҙы ҡышлатыу план буйынса уңышлы бара. Был йәй мал аҙығы әҙерләүгә яуаплы ҡарау һәм тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙең эштәрен яуаплы башҡарыуы һөҙөмтәһе.

Тәүгеһенә килгәндә, быйыл мал аҙығы сифаты күпкә юғарыраҡ, шуға күрә йәш малдарҙың һәм һыйырҙар-ҙың сәләмәтлек торошо ла яҡшы.

Малдарҙы фермала ете кеше ҡарай, уларҙың дүртеһе – йәш малдарҙы. Өс айҙа 78 баш үрсем алынған. Артым 159 центнер тәшкил итә.

Баш зоотехник Илһам Фәтҡуллин бында быҙау ҡараусыларҙың ролен баһалап үтеү мөһим, тип иҫәпләй. Яңы тыуған быҙауҙарҙы ай ярымлыҡ булғансы ҡараған Динар Һөйәрғолов, дүрт айға тиклем йәш малдарҙы ҡараусы Мәҡсүт Һөйәрғолов – тәжрибәле ауыл хужалығы эшсәндәре. Улар-ҙың яуаплылығы һәм профессионаллеге һөҙөмтәһендә быҙауҙар ныҡ булып үҫә.

Уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, “Йондоҙ” йәмғиәтендә һауым буйынса күрһәткестәр яҡшы. Хужалыҡ буйынса тулайым һауым 1700 центнер тәшкил итте, бер һыйырҙан – 567 кг. Иң юғары күрһәткестәргә һауынсылар Рәзимә Шакирова (672 кг), Роза Закирова (650 кг), Гөлзәйнәп Хажиева (634 кг) ирешкән.

Быйыл ғинуарҙа Көршәле фермаһында малдарға аҙыҡ таратыу механизацияланған. Был үҙгәреш һөҙөмтәлә күренә: йыл башынан малдарҙың тәүлек артымы 550 грамға еткән.